Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Үзбәкстан делегацияһы Башҡортостандың аграр тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһына

Иҡтисад

Үзбәкстан делегацияһы Башҡортостанға агросәнәғәт өлкәһендәге тәжрибәне өйрәнеү өсөн килде. БР Ауыл хужалығы министрлығында ҡунаҡтар ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко һәм БР Һөтсөлөк союзы етәкселеге менән осрашты.

Үзбәкстан  вәкилдәре Башҡортостанда үҫемлекселекте үҫтереү, шул иҫәптән ауыл хужалығы культураларын теплицала үҫтереү технологиялары, шулай уҡ республиканың малсылыҡтағы һәм ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеүҙәге тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында хәбәр итте.

Николай Коваленко төбәктең агросәнәғәт комплексы, уның бурыстары һәм перспективалары хаҡында һөйләне. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарҙы технологиялар һәм заманса ауыл хужалығы ҡорамалдары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Шулай уҡ малсылыҡ предприятиеларын һәм фермер хужалыҡтарын ойоштороу тәжрибәһе лә уларҙың иғтибарын йәлеп итте.

Башҡортостанға делегация составында Үзбәкстан Республикаһының Кунград районы хакимиәт башлығы Оралбай Нурымбәтов, Кегейли районы хакимиәт башлығы Полат Иматов, Кунград районының ветеринария хеҙмәте етәксеһе Копефхан Птегенов һәм «Кегейли боян» предприятиеһы етәксеһе Эльбрус Ауезов килде.

Бөгөн иртәнсәк делегация Шишмә районына юлланды.

Сәфәр 3 мартта тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть