Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Урал-Алтай: быуаттар аша – киләсәккә» IV Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үтәсәк

Сәйәсәт

26 мартта Өфөлә III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған «Урал-Алтай: быуаттар аша — киләсәккә» IV Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы үтәсәк.

Конференция Урал-Алтай төбәге телдәре проблемаларын, донъя цивилизацияһы үҫеше, халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәте, Урал-Алтай төбәге әҙәбиәте һәм фольклоры нигеҙендә төбәк халыҡтарының тарихын, шулай уҡ Урал-Алтай төбәгендәге хәҙерге этно-сәйәси хәлде, этно-мәҙәни һәм этно-тел процестарын тикшерәсәк.

Фәнни форум сиктәрендә биш симпозиум үткәреү планлаштырыла: «Автономиялы Башҡортостан төҙөүселәр (Башҡортостанда Республика йылына һәм Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 120 йыл тулыуға ҡарата)», «Башҡортостан халыҡтарының Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө» (Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына ҡарата), «Уҡытыусының йәмғиәт тормошондағы урыны һәм роле » (Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылына ҡарата), «Төрки телдәрҙең тарихи грамматикаһы: хәҙерге торошо һәм перспективалары» (филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинованың 60 йәшенә ҡарата), «Урал-Алтай донъяһында ҡатын-ҡыҙҙың урыны һәм роле».

Докладтар һәм конференцияла ҡатнашыуға заявкаларҙы ойоштороу комитеты 12 мартҡа тиклем ural-altai@yandex.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул итә.

Ойоштороу комитеты адресы: 450054, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71, 416-сы кабинет. Телефондар: (347) 235-60-50, факс — 235-60-77.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть