10 декабрь, Шәмбе

02 март 2010 йыл, 10:59

Александр Артюхов: производствоны модернизациялау - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе

автор: Любовь Колоколова

— Башҡортостан Республикаһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһе менән машина эшләүселәр алдына ҡуйылған өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе —бишенсе быуын истребителдәре өсөн двигателдәр сығарыу. Был йүнәлештә Рәсәйҙең башҡа предприятиелары менән берлектә Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эш алып бара. Беҙҙәге бөгөнгө кешеләр потенциалы, инновацион технологиялар һәм заманса ҡорамалдар был бурысты тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышанам, — тине «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Артюхов, республика Президенты Мортаза Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенә аңлатма биреп. — Тап бишенсе быуын хәрби самолеттары яҡын киләсәктә Рәсәй Һауа Ҡораллы Көстәренең йөҙөн билдәләргә тейеш.

Александр Артюхов әйтеүенсә, инженерҙарҙың, конструкторҙарҙың, эшселәрҙең фиҙакәр хеҙмәте фронт авиацияһы комплексында яңы бейеклеккә өлгәшеү мөмкинлеге бирҙе. Быйыл, билдәле булыуынса, бишенсе быуын истребителе тәүге уңышлы осош яһаны. Был “ӨМЭПБ” акционерҙар йәмғиәтенең производствоны модернизациялауға һәм ҡайтанан техник ҡоралландырыуға алған йүнәлешенең дөрөҫ булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы. Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостандың үҫеш стратегияһының төп йүнәлештәренең береһе булараҡ тап модернизация билдәләнгән бит.