10 декабрь, Шәмбе

02 март 2010 йыл, 10:12

Республикала донорҙар артыуы күҙәтелә

автор: Елена Макушина

Республикала ҡан хеҙмәте һәм йәмәғәт ойошмаларының берҙәм эшмәкәрлеге арҡаһында һуңғы арала донорҙарҙың артыуы күҙәтелә.  Был турала  «2009 йылда ҡан хеҙмәте эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2010 йылға бурыстар» исеме аҫтында үткән республика кәңәшмәһендә Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш трансфузиологы Урал Солтанбаев хәбәр итте.

Башҡортостанда 1000 кешегә 26 донор тура килә, был 2008 йылға ҡарағанда өс кешегә күберәк, һәм Рәсәй күрһәткестәренән ике тапҡырға юғарыраҡ.

Шул уҡ мәлдә Солтанбаев республикала донорлыҡты пропагандалауҙы көсәйтеү кәрәклеген дә билдәләне.

Материаль-техник йыһазландырыу һәм донорҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһе ҡан хеҙмәтенең төп проблемаһы булып ҡала. 2009 йылда федераль программа нигеҙендә республиканың ҡан хеҙмәте 131 миллион һумдан ашыуға тиң 17 төрлө яңы ҡорамал менән тулыландырылған.

Урал Солтанбаев билдәләүенсә, Республика «Хәүефһеҙ ҡан» маҡсатлы программаһы 2011 йылға тиклем оҙайтыла һәм республика ҡан биреү станцияларының барыһына ла ҡағыласаҡ.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә республикала 3 ҡан биреү станцияһы һәм 31 ҡан биреү бүлексәһе эшләп килә.