3 декабрь, Шәмбе

02 март 2010 йыл, 9:47

Мэрияның «ҡыҙыу пейджер»ына шылтыратыуҙар күп булды

автор: Сергей Захаров

Өфө хакимиәте февраль айында үҙенең «ҡыҙыу пейджер»ы эше тураһында отчет бирҙе. 28 календарь көндә ҡала халҡынан 125 шылтырау ҡабул ителгән. Ғинуарҙа 29-ға кәмерәк булған. Мөрәжәғәттәрҙең иң күбе Калинин, Октябрь һәм Киров райондарынан килгән.

Иң актуаль тема, элеккесә, торлаҡ йорттарҙы ремонтлау һәм файҙаланыу менән бәйләнгән. Беренсе урында — биналарҙы йылытыу проблемаһы. Һәм был ҡыш аҙағына яҡынлашыуға ҡарамаҫтан.

Өфөләр канализация системаһының эше менән дә ҡыҙыҡһынды. Ҡайһы берәүҙәр, ни өсөн эҫе һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡтар килеп тыуа, тигән һорау бирҙе.

Торлаҡ өсөн түләү — тағы бер ҡыҙыу тема. Күп кенә мөрәжәғәттәр түләү квитанцияһындағы «дөйөм йорт ихтыяждары» графаһы менән бәйләнгән. Ҡала властары аңлатыу эше алып барыуын дауам итә. Шулай ҙа барыһы ла аңлап етмәй әле. Айырым граждандарҙы элеккесә йәмәғәт транспортының эше, хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙы ойоштороу һәм ихаталарҙы нисек төҙөкләндереүҙәре ҡәнәғәтләндермәй.  

«Ҡыҙыу пейджер» мөрәжәғәттәр ҡабул итеүен дауам итә. «Мэрия» абоненты исеменә 277-09-11 телефоны аша шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Иң мөһиме, операторға үҙегеҙ йәшәгән районды, адресығыҙҙы, фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен һәм телефонығыҙҙы әйтергә онотмағыҙ.