6 декабрь, Шишәмбе

02 март 2010 йыл, 9:16

Алексей Щербацкий: Эшҡыуарҙар артабан да республика файҙаһына эшләргә әҙер

автор: Любовь Колоколова

— Республика Президентының “Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл” Мөрәжәғәтнамәһе бөтә төбәк халҡы һәм тәғәйен беҙҙең, эшҡыуарҙар, өсөн стратегик, концептуаль документ булып тора. Президент, республикала эшҡыуарлыҡ киң үҫеш алыуын билдәләп, беҙҙең хеҙмәтебеҙгә тейешле баһа бирҙе. Бөгөн бәләкәй һәм урта бизнес тулайым төбәк продуктының бишенсе өлөшөн тәшкил итә. Был Рәсәйҙә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе, — тине Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Алексей Щербацкий. — Бер үк ваҡытта беҙ алға йүнәлеш алдыҡ, был булған эш урындарын һаҡлап һәм яңы эш урындары булдырып, халыҡты мөмкин тиклем күберәк эш менән тәьмин итеү, эшҡыуарҙарҙың башланғыстарын яҡлау менән бәйләнгән.

Алексей Щербацкий фекеренсә, эшҡыуарҙар менән муниципаль берәмек хакимиәттәре араһында хеҙмәттәшлекте нығытмайынса муниципалитеттарҙа иҡтисадты үҫтереүгә өлгәшеп булмаясаҡ. Мәҫәлән, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу процесында урындағы үҙидара органдарының бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге” темаһы буйынса дискуссия үткәреү инициаторы булды.

— Беҙ, иҡтисадты үҫтереүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индереп, социаль өлкәлә ыңғай үҙгәртеп ҡороуҙарға булышлыҡ итеп, артабан да республика файҙаһына эшләргә әҙербеҙ, — ти Алексей Щербацкий. – Президентыбыҙҙың беҙҙе яҡлауын тойоп, был теләк тағы ла нығый ғына.

темалар: эшҡыуарлыҡ