6 декабрь, Шишәмбе

01 март 2010 йыл, 17:15

Өфө районы ауыл биләмәләрендә ветерандарҙы хөрмәтләйҙәр

автор: Сергей Захаров

Өфө районы фронтовиктарына «1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы тапшырҙылар. Хәҙерге ваҡытта бында 111 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы йәшәй. Уларҙың иң йәшенә һикһәндән ашҡан,  тип хәбәр итә район хакимиәтенең рәсми сайты.

Наградаларҙы тапшырыу тантанаһы Зубово ауыл Советының Мәҙәниәт йортонда үтте. Уның 80 вәкиле почетлы награда алды.

9 майға республиканың Өфө районы биләмәһендә йәшәүсе бөтә 1100 һуғыш ветераны һәм тыл хеҙмәткәренең һәр береһенең күкрәгендә юбилей миҙалы балҡыясаҡ.