8 декабрь, Кесе йома

01 март 2010 йыл, 16:59

Уҡытыусы йылына арнала

автор: Башинформ

Республиканың иң өлкән театрҙарының береһе – А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Рәсәй Федерацияһында иғлан ителгән Уҡытыусы йылы «Юғалтыу» исемле тематик спектакле менән асып ебәрҙе. Спектакль Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның пьесаһы буйынса ҡуйылған.

Спектаклдең режиссеры – Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов әйтеүенсә, драма мәғарифтың көнүҙәк проблемаларын күтәреп сыға. «Үҫмер саҡ уҡыусы һәм уҡытыусы өсөн иң ауыр осор. Бала уңышһыҙлыҡтарҙы ауыр кисерә, тиҫтерҙәре һәм уҡытыусылары менән булған конфликт насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә уға ваҡытында ярҙам итеп өлгөрөргә кәрәк. Спектакль уҡытыусының абруйын күтәрә, уға ҡарата оло ихтирам уята. Тамашаны уҡыусылар, уҡытыусылар, директорҙар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҡарап сығырға тейеш. Ул бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ», – ти ул.

Артистар үҙ спектакле менән сибайҙарҙы ғына һөйөндөрөп ҡалмаясаҡ. Театр труппаһы Хәйбулла районына гастролгә юлланды ла инде. Артабан сәфәр Күмертау, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Ишембай һәм башҡа ҡалаларҙа дауам итәсәк. Быйылғы уҡыу йылы тамамланғансы театр  республикабыҙҙың байтаҡ райондарында гастролдә йөрөп өлгөрөргә ниәтләй.

темалар: мәғариф