5 декабрь, Дүшәмбе

01 март 2010 йыл, 16:42

Раил Әсәҙуллин: "Президент мәғарифты төп йүнәлештәрҙең береһе тип атаны"

автор: Эльмира Сабирова

— Беҙ  Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортазы Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға сираттағы Мөрәжәғәтнамәһен тулҡынланып көтөп алдыҡ, сөнки Президенттың һәр Мөрәжәғәтнамәһе республика һәм илебеҙ ҡоролошоноң ғәмәлдәге практикаһына ентекле анализ биреп һәм социаль-иҡтисади өлкәнең үҫешен иҫәпкә алып төҙөлә, — ти М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин. — Президенттың һәр Мөрәжәғәтнамәһендә республиканы артабан үҫтереүҙә сифатлы яңы аҙымдарҙы билдәләүсе яңы тәҡдимдәр бирелә.

— Был юлы ла беҙҙең өмөттәребеҙ аҡланды. Президент үҙенә һәм 20 йыл буйына үткәргән сәйәсәтенә тоғро ҡалды.  

Был, иң элек, социаль йүнәлештәге сәйәсәт, унда һәр кеше тураһында хәстәрлек күренә. Мөрәжәғәтнамәнең төп асылы: булған эш урындарын һаҡлау һәм яңыларын булдырыу, уңышлы эш һәм ял өсөн шарттар тәьмин итеү, республика халҡының көнкүреше көндән-көн яҡшырһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү.

Ләкин миңә, мәғариф өлкәһе вәкиле булараҡ, беҙҙең адресҡа әйтелгән тәҡдимдәре бигерәк тә мөһим булды. Президенттың тәүге һүҙҙәре үк мәғариф өлкәһе проблемаларына арналыуы ҡыуаныслы. Ә был, мәғариф Башҡортостандың артабанғы социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни үҫешендә бөтә төп бурыстарҙы хәл итеүҙең үҙенсәлекле методологияһы булараҡ баҫа, тигән һүҙ.

темалар: мәғариф