9 декабрь, Йома

01 март 2010 йыл, 16:25

Мартта нисек ял итәбеҙ?

автор: "Башинформ"

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө яҡынлаша. Һәм, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, киләһе дүшәмбе, 8 март, байрам көнө булып тора. Уның ял көндәренән һуң килеүе бигерәк тә уңайлы. Бер ниндәй күсереүҙәр булмаясаҡ, тимәк, байрам көндәре өсөн был юлы башҡа көндәрҙә өҫтәмә эшләү ҙә талап ителмәй.

«Башинформ» хәбәрсеһенә Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам көнө — 8 Март алдынан килмәгәнгә күрә, йомалағы эш көнө лә ҡыҫҡартылмаясаҡ.