9 декабрь, Йома

01 март 2010 йыл, 16:08

Раил Сарбаев: «Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә ни өсөн түләгәнебеҙҙе белергә тейешбеҙ»

автор: "Башинформ"

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өлкәһендә тариф сәйәсәте асыҡ һәм барыбыҙға ла аңлайышлы булырға тейеш. Был турала 1 мартта үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев белдерҙе.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары мәсьәләһе — халыҡ өсөн көнүҙәклеген юғалтмаған темаларҙың береһе. Премьерҙың билдәләүенсә, мониторинг үткәреү һәм бар түләүҙәр буйынса объектив йыйылма бит тултырыу өсөн махсус эш төркөмө төҙөү мөһим.

— Асыҡлағыҙ әле, — тип ул Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллинға мөрәжәғәт итте, — теге йәки был хеҙмәттәргә нигеҙләнмәгән хаҡ күтәреүҙәр юҡмы, идара итеүсе компаниялар менән мотлаҡ булмаған хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында ҡарарҙар ҡабул ителмәйме? Халыҡ нимә өсөн түләгәнен белергә тейеш. Һәм күрһәтелгән хеҙмәттәренең сифаты хаҡына торошломо икән?  

Премьер лифт менән ҡулланыуға айырым иғтибар итте – лифт талап ителмәгән 1-2 ҡатта йәшәүселәрҙең лифт өсөн түләүҙәре логикаға тап килеү-килмәүенә яуап бирергә ҡушты.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына ҡыҫҡа арала анализ үткәреү йөкмәтелде.