9 декабрь, Йома

01 март 2010 йыл, 15:55

«Етәксенең шәхси ресурстарын үҫтереү» семинары үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

«Индиго» Ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге 2 мартта «Етәксенең шәхси ресурстарын үҫтереү» темаһына семинар үткәрә.

Үҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, уның маҡсаты — үҙеңдә һәм башҡаларҙа лидерлыҡ потенциалын үҫтереү, хеҙмәткәрҙәр алдына бурыс ҡуйыуҙың заманса технологияларын үҙләштереү.

Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында психологтар һәм «ИНДИГО» үҙәгенең йәштәр менән эшләү буйынса белгестәре сығыш яһаясаҡ.

«Лидерлыҡ. Уңышлы идара итеү факторҙары», «Ваҡыт – етәксенең төп ресурсы. Тайм-менеджменттың алтын ҡағиҙәләре», «Персонал менән идара итеү стратегияһы булараҡ маҡтау һәм тәнҡит», «Етәкселәрҙең профессиональ «өлгөрөүе», — бына лекциялар темалары.

Семинар сиктәрендә шулай уҡ «Хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси мотивацияһы, йәғни индивидуаль ҡараш булдырыу» темаһына мастер-класс үткәреләсәк.

Сара 2006 – 2010 йылдарға «Башҡортостан баш ҡалаһы йәштәре» ҡала комплекслы программаһы сиктәрендә үткәрелә.

темалар: йәштәр