11 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2010 йыл, 15:43

«Ышаныс телефоны» арҡаһында 25 героин дозаһы менән ир тотолған

автор: Елена Макушина | фото: Илдар Ғәлләмов

Өфөлә 25 героин дозаһы менән ир-егет тотолған. Оперативниктарға наркотиктар һаҡлауҙа шикле кешегә сығырға Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының дежур хеҙмәтенә булған шылтыратыу ярҙам иткән.

«Телефондан ҡатын-ҡыҙ тауышы бер йәш кешене белеүе һәм уға даими рәүештә таныш булмаған кешеләрҙең килеүе, үҙҙәрен сәйер тотоуы хаҡында хәбәр итә. Ҡатын бәләкәй бала тәрбиәләүе һәм уның өсөн борсолоуы хаҡында әйтә, сөнки йәш кешенең наркотиктар менән бәйле булыуына шикләнә», — ти Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте вәкиле Юлия Аввакумова.

Республика наркоконтроленең оператив төркөмө күрһәтелгән адрес буйынса хәбәрҙе тикшерергә юлға сыға.

Рихард Зорге урамы районында уны тоталар. Һәм тентеү үткәргәндән һуң 25 героин дозаһын тартып алалар. Ҡулға алынған кеше аңлатма биреүҙән баш тарта.  30 йәшлек ир-егеткә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228-се статьяһы буйынса (бик ҙур күләмдә наркотик матдәләр һаҡлау) енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

Йыл башынан наркоконтролдең «ышаныс телефонына» наркотик һатылған урындар һәм наркотик ҡулланыу тураһында 134 хәбәр килгән. Шуның яртыһы раҫланған.  

Республика наркоконтроленең «ышаныс телефоны» һандарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

8(347)250-20-30; 8-800-347-20-30 (шылтыратыу бушлай).

Конфиденциаллек гарантиялана.