10 декабрь, Шәмбе

01 март 2010 йыл, 15:28

Ҡала-ара автобустарҙа хәҙер хәүефһеҙлек ҡайыштары булырға тейеш

автор: Любовь Колоколова

Йәмәғәт транспортында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү хәҙер актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев былтыр августа уҡ властарҙан юлдарҙа хәлде яҡшыртыу өсөн ҡәтғи саралар күреүҙе талап итте. Бер аҙ һуңыраҡ дәүләт башлығы Хөкүмәткә 2010 йылдың 1 ғинуарынан ҡала-ара автобустарында хәүефһеҙлек ҡайыштары булыуын мотлаҡ талап итеүҙе индереүҙе тәьмин итергә йөкмәтте.

Рәсәй Хөкүмәте «Транспорт сараларын файҙаланыуға рөхсәт биреү буйынса төп положениелар һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса вазифалы кешеләрҙең бурыстары»на үҙгәрештәр индереү тураһында тейешле ҡарар әҙерләне. Документ 4.1 пункты менән тулыландырылды, уға ярашлы «ҡала-ара пассажирҙар ташыу өсөн файҙаланылған автобустарҙа ултырыу өсөн урындар хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырылырға тейеш». Бында ҡала һәм ҡала эргәһе автобустары тураһында һүҙ бармай. Документ быйыл 26 февралдә рәсми баҫылған һәм 1 марттан законлы көскә инә.

Хәҙер бөтә ҡала-апа автобустары (шул иҫәптән микроавтобустар ҙа) пассажирҙар өсөн хәүефһеҙлек ҡайышыһыҙ линияға сыға алмай. Әгәр Рәсәй автоюл надзоры белгестәре законды боҙоуҙы асыҡлаһа, улар водителгә – 100 һум, ә ҡайышһыҙ автобусты ҡала-ара рейсҡа сығарған начальникка 1500 һум штраф һала ала.

Ҡала-ара маршруттарында эшләүселәр 1 марттан үҙ транспорт сараларын хәүефһеҙлек ҡайыштары менән йыһазландырырға тейешлеге аңлашыла. Ләкин быны нисек эшләргә һәм хәүефһеҙлек саралары ниндәй булырға тейеш – быны бер кем дә аңлатманы. Шул уҡ ваҡытта барыһы ла техник регламентҡа ярашлы эшләнергә тейеш. Ә РФ Хөкүмәтенең “Тәгәрмәсле транспорт сараларының хәүефһеҙлеге тураһында техник регламентты раҫлау тураһында”ғы ҡарары 2010 йылдың сентябрендә генә көскә инә. Әлегә иһә, моғайын, ҡайыштарҙы “теләгән ваҡытта эләктерергә мөмкин булыуы” етәлер. Көҙҙән автоташыусылар һәм автоетештереүселәр бөтә “дөрөҫ булмаған” ҡайыштарҙы дөрөҫтәренә алыштырырға тейештәр.

Ошо хәлде күҙаллап, «Башавтотранс»та техник документтың көскә инеүен көтөп торманылар, бөгөн үк ҡала-ара автобустарҙы белгестәр эшкәрткән нормаларға ярашлы хәүефһеҙлек ҡайыштары менән тәьмин итәләр. Бөгөндән республиканың төп дәүләт ташыусыһы автобустары Түбәнге Новгородҡа, Альметьевскиға, Ухтаға һәм башҡа ҡалаларға “дөрөҫ” хәүефһеҙлек ҡайыштары менән юлға сыҡтылар.