9 декабрь, Йома

01 март 2010 йыл, 14:50

Хөкүмәт сауҙа тураһындағы закондың үтәлешен тикшерә

автор: БР Хөкүмәтенең мабуғат хеҙмәте

Уҙған йылдың декабрендә ҡабул ителгән «Рәсәй Федерацияһында сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт көйләүе нигеҙҙәре тураһындағы» Федераль закон 2010 йылдың 1 февралендә көсөнә инде.

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың фекеренсә, был законды ҡулланыу практикаһын баһалау өсөн етәрлек ваҡыт үткән.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитетына бер аҙна эсендә республиканың сауҙа өлкәһе торошо хаҡында иҫәп биреү һәм иҡтисадтың был секторында республика сәйәсәтен аныҡлау буйынса тәҡдимдәр индереү эше йөкмәтелгән.