4 декабрь, Йәкшәмбе

01 март 2010 йыл, 12:33

Рәсәйҙә ислам телеканалын булдырыу мәсьәләһе тикшерелә

автор: "Башинформ"

Уҙған шәмбе көнө Ҡазанда үткәрелгән һәм Башҡортостан вәкилдәре лә ҡатнашҡан Татарстан мосолмандарының IV съезында Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин үҙ сығышында Татарстан Президенты Минтимер Шәймиевҡа ислам телеканалы тураһында мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам итеүен һорап мөрәжәғәт итте. Был турала "Татар-информ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә ислам нигеҙҙәрен аңлатыу алып барылған телеканал булдырыу зарурлығы тураһында күптән түгел Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев белдергәйне. Дәүләт башлығы фекеренсә, бындай аңлатыу яҡшы имамдар, белгес-теологтар тарафынан әҙерләнергә тейеш.

Рауил Ғәйнетдин әйтеүенсә, үҙ мосолман телевидениебыҙҙы булдырыу өсөн ваҡыт килеп етте. «Үҙ телевидение һәм радио тапшырыуҙарын ойоштороу – ул беҙҙең конкуренцияға һәләтлелегебеҙ мәсьәләһе, заман рухына тап килеү ул. Шуға күрә үҙгәрештәр иҫ киткес тиҙлек менән барған беҙҙең дәүерҙә мосолман телевидениеһын ойоштороу мәсьәләһен мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә кәрәк. Шулай итеп, ислам телевидениеһын ойоштороу – ул комплекслы бурыс, уны беҙ бергәләп хәл итергә тейешбеҙ», — тип билдәләне үҙ сығышында ТР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Ғосман Исхаков та.

Минтимер Шәймиев, диндарҙарға радио һәм телевидение аша мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге булырға тейеш, тип иҫәпләй. «Беҙ әлегә техник мөмкинлектәрҙе һүлпән файҙаланабыҙ, — тип билдәләне ул. — Был мәсьәләгә аңлап ҡарайҙар икән, инициатива күрһәтергә һәм был мәсьәләне күтәрергә кәрәк. Мосолмандар радио аша беҙҙең тауыштарҙы ишетер һәм телевидениела ғәмәлдәребеҙҙе күрер, тип уйлайым. Хәҙерге заманда шундай техник мөмкинлектәребеҙ була тороп та, уларҙы файҙаланмау – дәүләтебеҙҙең динен тергеҙеү яғынан хилафлыҡ йәки һуңлаған аҙым ул. Был йүнәлештә эшләйәсәкбеҙ», — тине Татарстан Президенты.

темалар: дин