6 декабрь, Шишәмбе

01 март 2010 йыл, 11:50

Өфөлә ҡулланылған электр лампаларын йыйыу пункты ойошторола

автор: Эльвира Латипова

Өфөлә, Киров районы территорияһында, ҡулланылған терегөмөшлө лампаларҙы һәм терегөмөшлө приборҙарҙы тапшырыу өсөн пункт ойошторола. Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы хәүефһеҙ эшмәкәрлек фәнни-тикшеренеү институты менән берлектә әҙерләнгән был проекттың төп экологик маҡсаты — тирә-яҡ мөхитте токсик ҡалдыҡтар менән бысратыуға юл ҡуймау.

Бөгөнгө көндә бар әҙерлек эштәре лә тамамланған. ЖЭУ-56 биләмәһендә бина һайланған, уның адресы: Эшсе хәбәрселәр урамы, 16/1 йорт. Терегөмөшлө ҡалдыҡтар менән эш итеүгә хоҡуҡ биреүҙе нигеҙләүсе документтар БР буйынса Роспотребнадзор Идаралығына тапшырылған. Мартта был эш хәл ителергә тейеш.

Составында терегөмөш булған ҡалдыҡтар беренсе класлы хәүефле ҡалдыҡтарға ҡарай. Улар менән бик һаҡсыл эш итеү, махсус ябыҡ биналарҙа һаҡлау талап ителә. Сафтан сыҡҡан люминесцент лампаларҙы үтилләштереү – бөгөн Рәсәйҙә төп экологик проблемаларҙың береһе.    

— Ҡалабыҙ Рәсәйҙә беренселәрҙән булып энергияны һаҡсыл тотоноу программаһын ҡабул итте, — ти Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экология бүлеге начальнигы Азат Котлоәхмәтов. – Әммә электр энергияһын һаҡсыл ҡулланам тип, экологияға зыян итергә ярамай. Энергияны һаҡсыл тотоноусы лампаларҙы ҡулланыуҙы арттырғанда, бер юлы терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы утилләштереү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда ҡыҙҙырма электр лампаһын етештереү тулыһынса туҡтатыла. Халыҡ люминесцент яҡтылыҡ сығанағына күсергә мәжбүр буласаҡ. Һәм бына шул саҡта ҙур ҡыйынлыҡтар башланыуы күҙаллана. Беҙ 2014 йылды көтмәҫкә булдыҡ һәм бөгөндән үк терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы йыйыу, утилләштереү эшен ойоштороу менән шөғөлләнә башлайбыҙ.  

Хәүефтең масштабын ябай арифметика ярҙамында асыҡларға мөмкин. Өфөлә яҡынса 370 мең фатир бар. Һәр фатирҙа уртаса һигеҙ лампа ҡулланыла – дөйөм суммала өс миллион. Энергияны һаҡсыл тотоноусы һәр лампала икенән алып ете миллиграмға тиклем таҙа терегөмөш бар — барыһы бергә 15 килограмм таҙа терегөмөш килеп сыға. Әгәр бер йылда лампаларҙың 10 проценты сафтан сыға ҡалһа, кило ярым терегөмөш ағып төшәсәк. Был бик күп. Терегөмөш һауала ла, токсик быу кеүек тә, һыуҙа ла, химик берләшмәлә лә берҙәй хәүефле.  

Белгестәр иҫәпләүенсә, терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы үҙәкләштерелгән зарарһыҙландырыу өсөн Өфөгә йылына 30 миллион һум талап ителә. Был йыйыу, ваҡытлыса һаҡлау, транспортировка һәм токсик ҡалдыҡтарҙы утилләштереү өсөн китәсәк сығым. Мәсьәләнең финанс яғын өҫтәмә хәл итәһе бар.  

Йыйылған терегөмөшлө ҡалдыҡтарҙы зарарһыҙландырыу өсөн ҡалала берҙән-бер термик зарарһыҙландырыу ҡулайламаһы булған “Башҡортостан Республикаһы эшмәкәрлек хәүефһеҙлеге фәнни-текшеренеү интитуты” дәүләт унитар предприятиеһы яуап бирә. Институтта аңлатыуҙарынса, утилләштереү ваҡытында ҡалдыҡтар ваҡлана һәм 300 градусҡа тиклем йылытыла. Бындай температурала терегөмөш парға әйләнә. Махсус иретмә һәм фильтр ярҙамында терегөмөш парҙары бер урында йыйыла һәм ҡуйыра.  Терегөмөштән таҙартылған быяла ҡалдыҡтары ҡаты ҡалдыҡтар полигонына сығарыла — улар бынан һуң экология өсөн хәүефле түгел. Ә терегөмөш Краснодарҙағы махсуслаштырылған ойошмаға ебәрелә.