9 декабрь, Йома

01 март 2010 йыл, 10:41

Башҡорт теле тураһындағы мәсьәләгә ҡарата

автор: Радмир Сәмиғуллин

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге  башҡарма комитетында хәҙерге ҡала шарттарында башҡорт теле һәм телде социалләштереү проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Халыҡ-ара туған тел көнөнә ҡарата ойошторолдо. Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы һәм “Туған тел” башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һөйөүселәр клубы ойошторҙо. Ҡоролтайға әҙерлек сиктәрендә башҡорт йәштәренең тәүге сараһында башҡа йәмәғәт ойошмалары, ғалимдар һәм студенттар ҙа ҡатнашты.

Белем биреүҙең дәүләт стандартынан төбәк компонентын алып ташлау, әлбиттә, туған телдәрҙе өйрәнеү менән бәйле бик күп проблемалар килтереп тыуҙырҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар, бынан тыш, һуңғы йылдарҙа башҡорттарҙың үҙҙәре тарафынан туған телен юғалтыу тенденцияһы күҙәтелә, тип билдәләне. Башҡорт теле юҡҡа сығыусы донъя телдәре исемлегенә индерелгән. Сарала, урбанизация шарттарында мәктәптә башҡорт телен өйрәнгән һәм ауылда йәшәгән йәштәр ҡалаға килеп бер аҙ йәшәгәндән һуң үҙ-ара башҡорт телендә аралашмай башлай. Был осраҡта ике теллелек кире роль уйнай, ә туған башҡорт теле аҡрынлап өҫтәмә тел булараҡҡа әйләнә.

Сарала ҡатнашыусы Магнитогорск ҡалаһынан башҡорт активистары был кире эҙемтәнең үҙҙәренең ҡалаһында айырыуса ныҡ күҙәтелеүен әрнеп билдәләне. Етмәһә, Магнитогорскиҙа бер генә башҡорт класы ла юҡ, ә бит халыҡтың этник составында башҡорттар бик күп. Был ҡала властарының башҡорт кластарын асырға теләмәүҙәре менән генә түгел, башҡорт халҡының үҙенең вайымһыҙлығы, һүлпәнлеге менән дә бәйләнгән. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар бындай хәл менән ризаһыҙлыҡтарын белдерҙе һәм хәлде яҡшыртыу буйынса ҡайһы бер саралар тәҡдим итте. Әлбиттә, бөгөн туған телдәрҙе пропагандалау алымдарын үҙгәртергә кәрәк, административ саралар менән бында артыҡ эш ҡырып булмаясаҡ. “Туған тел” түңәрәге үҙенең ҡала башҡорттары менән эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Түңәрәк өҫтәл ҡарарҙарының береһе – Татарстан, Марий иле һәм Сыуашстандағы акциялар кеүек “Мин башҡорт телендә һөйләшәм” оҙайлы ваҡытлы акцияһын үткәреү. Халыҡты башҡорт телендә хеҙмәтләндерергә мөмкин булған магазиндар, учреждениелар ишектәренә, дәүләт власы органдарында логотиптар йәбештереләсәк. Бер яҡтан, акция популярлаштырыу характерында булһа, икенсе яҡтан, БР дәүләт телдәре тураһында законды тулыраҡ бойомға ашырырға ярҙам итәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты яҡын арала был акция логотибы эскизына конкурс иғлан итәсәк.