3 декабрь, Шәмбе

01 март 2010 йыл, 10:36

Арғаяшта башҡорттарҙың район ҡоролтайы үтте

автор: "Башинформ"

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында башҡорттарҙың район ҡоролтайы үтте. Форумда район мәктәптәрендә туған телде уҡытыу, китапханаларҙы башҡорт телендәге китаптар менән байытыу, шулай уҡ алдағы Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу мәсьәләләре тикшерелде.

«Урал-пресс-информ» агентлығы хәбәр итеүенсә, ҡоролтай эшендә 200 делегат һәм Башҡортостандың Салауат районынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Мәғариф, мәҙәниәт бүлеге етәкселәре, район ҡоролтайы һәм башҡорт теле уҡытыусыларынан торған ҡунаҡтар делегацияһын район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Ринат Ситдиҡов етәкләне.

Ҡоролтайҙа шулай уҡ Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов, Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Флүзә Ғайсина ҡатнашты.

Ултырыштың пленар өлөшөндә район ҡоролтайы рәйесе Сәлиә Сәфиуллинаның ойошма эше буйынса отчеты тыңланды, йәнә район мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе ҡаралды. Ҡунаҡтар туған тел уҡытыу буйынса мастер-кластар күрһәтте. Ҡоролтай башҡорт мәҙәниәтен, телен, рухи байлығын, халыҡ йолаларын тергеҙеү тураһында резолюция ҡабул итте.

Силәбенең Йәш тамашасы театрында 20 мартта үтәсәк Силәбе башҡорттарының етенсе ҡоролтайына 50 делегат һайланды. Унда ҡатнашыусылар бер нисә мөһим мәсьәләне тикшергәндән һуң, быйыл йәйгеһен Өфөлә үтәсәк Өсөнсө башҡорттар ҡоролтайына делегаттар һайлаясаҡ.