Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Версия Башкортостана» гәзитендә – бушлай юридик консультация

Йәмғиәт

Ауыр хәлдә ҡалдығыҙмы, уны хәл итер өсөн профессионал-юристың кәңәше кәрәкме? “Ҡыҙыу линияға” шылтыратығыҙ – һеҙгә мөхәрририәттең ҡунаҡтары ярҙам итер. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына 2 мартта, шишәмбелә, Башҡортостан Прокуратураһының граждандар процесында прокурорҙар ҡатнашлығын тәьмин итеү бүлеге өлкән прокуроры  Елена Ишбулатова һәм ошо уҡ бүлектең хеҙмәткәре Гөлфиә Торомтаева яуап бирә.

"Версия Башкортостана" гәзитенә бик күп шылтыратыуҙар һәм хаттар килә: республика халҡын хоҡуҡи хәл итеүҙе талап иткән төрлө мәсьәләләр борсой. Гәзит бушлай хеҙмәтләндереү күрһәтә: редакцияға саҡырылған юристар һәм төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре граждандарға туранан-тура телефон аша консультация бирә. Был ике сәғәт эсендә бирелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.

"Ҡыҙыу линия" шулай уҡ 9 һәм 23 мартта үткәрелә. Был көндәрҙә редакцияға 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем (8-347) 272-79-16  телефоны аша шылтыратырға һәм борсоған һорауыңды бирергә мөмкин. Шулай уҡ үҙ һорауыңды гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә була – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть