3 декабрь, Шәмбе

01 март 2010 йыл, 9:43

Һуғыш ветерандары торлаҡ менән тәьмин ителә

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Бөгөн 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәпкә баҫҡан ветерандар тулыһынса тиерлек торлаҡ менән тәьмин ителде, — тине БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йомғаҡлау коллегияһында вице-премьер Фидус Ямалетдинов. — Һуңғы өс эш ошо көндәрҙә тамамланасаҡ.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән бәйле, министрлыҡтың 2010 йылдағы өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тора.  2005 йылдан 2009 йылға тиклемге осорҙа республикала 831 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ менән тәьмин ителде, шуларҙан 499 кеше – федераль бюджет, 332-һе республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары средстволары иҫәбенә. 2009 йылда ғына 429 кеше тәьмин ителде.

Быйыл ҡасан иҫәпкә баҫыуына ҡарамаҫтан, бөтә мохтаж ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. 17 февралгә ҡарата Башҡортостанда бындай ветерандар 1436. Һуғыш инвалидтары айырым исемлеккә бүленде һәм улар беренсе сиратта тәьмин ителәсәк. Торлаҡ төҙөлөшө фонды  ветерандар өсөн торлаҡ һайлауҙа ярҙам күрһәтә.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙән тыш, министрлыҡ граждандарҙың башҡа категорияларын да торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш алып бара. Һуңғы биш йылда, мәҫәлән, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалидтар һәм ғәрип балалар тәрбиәләгән ғаиләләр иҫәбенән 778 кеше торлаҡ менән тәьмин ителде.