5 декабрь, Дүшәмбе

01 март 2010 йыл, 9:39

Башҡортостанға Үзбәкстан делегацияһы килә

автор: Эльвира Латипова

Йәкшәмбе көндө Өфөгә Үзбәкстан Республикаһынан район хакимиәте башлыҡтары һәм агросәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәренән торған делегация килде.

«Башинформ» агентлығына БР Сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу, заманса ҡорамалдар һәм технологиялар менән танышыу, фермер хужалығы һәм малсылыҡ предприятиеларын ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү визиттың төп маҡсаты булып тора. Ҡорамалдар һәм технологиялар менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге лә күҙ уңында тотола.

Республикала ҡунаҡтар 3 мартҡа тиклем буласаҡ.

Программа менән БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре, Шишмә районы хакимиәте һәм Республика һөт союзы менән осрашыу планлаштырыла. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ  «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «УзБашАВТО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Алексеевка» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Өфө икмәк продукттары комбинаты», асыҡ акционерҙар йәмғиәте,  «Әғли» крәҫтиән-фермер хужалығы, «Уза» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Шишмә райветстанцияһы эшмәкәрлеге менән таныштырыу ҙа ҡаралған.