10 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2010 йыл, 16:50

Эшҡыуарҙар кәңәш ҡорҙо

автор: Марина Шумилова

26 февралдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү сиктәрендә  ойоштороласаҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре” секцияһына әҙерләнеү буйынса эш төркөмөнөң беренсе ултырышы уҙҙы. Уның эшендә башҡорт эшҡыуарҙары менән бер рәттән БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре лә ҡатнашты.

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, субсидиялар бүленә, республика зоналарында бизнес-инкубаторҙар асыла. Шулай ҙа, тикшеренеүселәр күҙлегенән, башҡорттар араһында эшҡыуарлыҡ ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә түгел. Сәбәптәре һүлпәнлеккә, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡора белмәүгә, беренсе ауырлыҡтар булыу менән ҡул һелтәп ҡуйыуға, уңышһыҙлыҡ алдында ҡурҡыуға ҡайтып ҡала. Шулай ук республикала, бигерәк тә башҡорттар араһында, гуманитар йүнәлештәргә өҫтөнлөк биреү ҙә билдәләнде. Был йәһәттән республика мәктәптәренең береһендә, практик белгестәрҙе саҡырып, эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнеү пилот курсын уҡыу программаһына индереү тәҡдиме лә яңғыраны. Халыҡ араһында “Эшҡыуарлыҡты үҫтереү проблемалары” темаһына социологик һорау алыу үткәреү  ҙә ойоштороласаҡ.

Артабан эш төркөмө айына ике тапҡыр йыйыласаҡ, сираттағы ултырышта “Башҡорт эшҡыуарлығының торошо һәм уны үҫтереү”   республика семинарының доклад темалары асыҡланасаҡ. Был сараға республика ҡала һәм райондарынан 200-ҙән ашыу эшҡыуар киләсәк. Квоталар бүленгән дә инде. Семинарҙа ҡабул ителгән тәҡдимдәр һәм ҡарарҙар Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткән көндәрҙә уҙасаҡ секция ултырышының резолюцияһында сағылыш табасаҡ.