10 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2010 йыл, 15:55

Ветерандарға джемперҙар һәм пледтар тапшырасаҡтар

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн республика баш ҡалаһында 74 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, 3418 Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән наградланған 163 кеше, 148 элекке балиғ булмаған тотҡон һәм һуғыш осоронда оборона ҡоролмаларында эшләгән ике кеше йәшәй.

Ҡала хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә һәр һуғыш ветеранына һәм уға тиңләштерелгән кешеләргә ҡала хакимиәте исеменән иҫтәлекле бүләктәр – махсус бәйләнгән джемпер һәм Еңеүҙең 65 йыллығы символикаһы һәм Өфө гербы төшөрөлгән плед – тапшырасаҡтар.