Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Максим Чудовты Олимпиадала бронза миҙал яулауы менән ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Максим Чудовҡа Ванкуверҙағы Олимпия уйындарында биатлон буйынса ирҙәр эстафетаһында бронза миҙал яулауы менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе.

Ҡотлауҙа шулай тиелә:

«Хөрмәтле Максим Александрович!

Һеҙҙе Ванкувер ҡалаһында (Канада) 2010 йылғы XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында бронза миҙал яулауығыҙ менән ихлас ҡотлайым!  

Ҡатмарлы шарттарҙа Һеҙ ҡыйыулыҡ һәм ныҡышмалылыҡ, Олимпия идеалдарына һәм ватан спортының иң яҡшы традицияларына тоғролоҡ күрһәттегеҙ.

Һеҙгә спорт карьераһында артабанғы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть