10 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2010 йыл, 14:16

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға аҡса биреләсәк

автор: "Башинформ"

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән бәйле, РФ граждандарының ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата ярҙам тураһында” Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, был түләү 2010 йылдың апрелендә Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарына, элекке концлагерҙар,  геттоларҙың балиғ булмаған тотҡондарына, Финляндияға ҡаршы һуғышта, Бөйөк Ватан һуғышында, Японияға ҡаршы һуғышта һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тол ҡатындарына, вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм унда ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына биреләсәк. Граждандарҙың был категориялары 5-әр мең һум аласаҡ. 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем осорҙа кәмендә алты ай тылда эшләгән (СССР-ҙың ваҡытлыса оккупацияланған территорияһында эшләү осоронан тыш) кешеләргә, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән наградланыусыларға, элекке нацистик концлагерҙар, төрмәләр һәм геттоларларҙың балиғ булған тотҡондарына бер мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.