11 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2010 йыл, 13:11

Рәшит Хәйруллин: Президент Мөрәжәғәтнамәһе – эш итеүгә ҡулланма ул

автор: Сергей Захаров

«Башҡортостан Президенты  Мөрәжәғәтнамәһе – юғары вазифалы кеше менән ҡушылған эш ул. Шуға ла республиканың ҡала һәм район етәкселәре өсөн ул эш итеүгә ҡулланма булып тора», — тип билдәләне «Башинформ» агентлығына үҙенең комментарийында Туймазы районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин.

Уның фекеренсә, Президент менән билдәләнгән стратегик мәсьәләләр – модернизация һәм әүҙем инновацион сәйәсәт Мөрәжәғәтнамәлә бик актуаль яңғырай. Етештерелгән продукция номенклатураһын яңыртыу менән шөғөлләнгән предприятиелар финанс көрсөгө йоғонтоһонан артыҡ зарар күрмәгән. «Ошо мәсьәләләрҙе хәл иткәндә генә иҡтисадҡа алға барырға, бар социаль йөкләмәләрҙе үтәргә мөмкин», — тине Рәшит Хәйруллин.