5 декабрь, Дүшәмбе

27 февраль 2010 йыл, 12:38

Округ һайлау комиссиялары бюллетендәр алды

автор: Марина Шумилова

Бер мандатлы 33-сө Төньяҡ һайлау округы, 49-сы Көньяҡ һайлау округы һәм 50-се Мәләүез һайлау округында 14 мартта үтәсәк БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәп депуттар һайлау менән бәйле,  БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары “Белая река” нәшриәте” БР дәүләт унитар предприятиеһы полиграфия ойошмаһынан һайлау бюллетендәрен ҡабул итеп, округ һайлау комиссияһы вәкәләттәре йөкмәтелгән Балтас, Күгәрсен һәм Мәләүез райондары территориаль һайлау комиссияларына таратты.  

БР Үҙәк һайлау комиссияһының хәбәр итеүенсә, “РФ граждандары референдумында ҡатнашыуға хоҡуҡ һәм һайлауға хоҡуҡтың төп гарантиялары тураһындағы” Федераль закондың 63-сө статьяһына һәм һайлау тураһында БР Кодексының 77-се статьяһына ярашлы, һайлау бюллетендәрен ҡабул итеү – тапшырыуҙа “КПРФ”, “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияларының төбәк бүлексәһе вәкилдәре, 50-се Мәләүез һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа кандидат, 49-сы Көньяҡ һайлау округы буйынса депутатлыҡҡа кандидаттың тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы менән округ һайлау комиссияларына һайлау документтарын алып йөрөтөүгә бүленгән транспорт сараларын оҙатыу ойошторолдо.  

темалар: һайлау