Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.69 ↓

EUR 69.09 ↑

19 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Мәләүездә имамдар өсөн квалификация күтәреү курстары үтте

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты имамдарға Мәләүездә квалификация күтәреү курстарын үткәрҙе. Сараға Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен райондарынан дин әһелдәре йыйылды.

Имамдар алдында лекциялар һәм докладтар менән БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә директоры Илдар Малахов, БР мосолмандары Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет етәксеһе  Илгиз Абдрахманов, шулай уҡ Мысырҙан уҡытыусы Мөхәммәд Хинди шәйех сығыш яһаны.

Руслан Сәйәхов әйтеүенсә, Мәләүездә бындай курстар ағымдағы йыл башында өсөнсөгә үткәрелә. БР мосолмандары Диниә назараты Өфөгә килә алмаған алыҫ райондарҙағы имамдар өсөн күсмә курстар үткәреү практикаһын 2009 йылдың аҙағында индергән.

Теги: дин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть