7 декабрь, Шаршамбы

27 февраль 2010 йыл, 12:04

Максим Чудов Башҡортостан өсөн «бронза» олимпия миҙалы килтерә

автор: Дмитрий Слезин

Канадала Олимпиадала биатлон буйынса турнир тамамланды. Иң аҙаҡтан һигеҙ ут рубежы менән 4-кә 7,5 километрға ирҙәр эстафетаһы булды.

Өфөлө Максим Чудов һәм башҡа рәсәйлеләр Иван Черезов, Антон Шипулин һәм Евгений Устюгов «бронза» миҙал яуланы. Ватандаштарыбыҙ өҫтәмә дүрт патронды ғына файҙаланып, ярайһы уҡ мәргән атыуын күрһәтте.

«Көмөш» миҙалға лайыҡ булған австрийҙарҙан улар ни бары 0,2 секундҡа ғына ҡалышты. Австрийҙар өҫтәмә һигеҙ атыу менән бер штраф әйләнәһе үтте.

Олимпия чемпиондары исемен норвегтар яуланы, улар австрийҙарҙы 38,6 секундҡа отто (чемпиондарға ете өҫтәмә патрон кәрәк булды).

Максим Чудов ҡышҡы Олимпиада-2010-да әлегә Башҡортостанға берҙән-бер генә миҙал килтерҙе.