4 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2010 йыл, 11:56

Әмирхан Сәмирханов: БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе магистраль характерҙа

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе магистраль характерҙа һәм ирешелгән һөҙөмтәләр призмаһы аша киләсәккә хәрәкәт итеүсе векторҙарҙың йүнәлешен билдәләй. Шундай фекерен белдерҙе «Башинформ» агентлығына комментарийында БР Профойошмалар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмирханов.

—Президент Мөрәжәғәтнамәһендә профсоюздар хәл итеүҙә ҡатнашҡан бөгөнгө көндөң бар социаль-иҡтисади мәсьәләләре лә сағылыш тапҡан, — тине ул. – Был документта хеҙмәтсәндәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға һәм ветерандарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән стратегик программалы бурыстар ҡуйылған. Мортаза Рәхимов йәштәрҙе яҡлау механизмын әҙерләүгә лә иғтибар иткән. Йәштәр – төбәктең киләсәге, респулика именлеге лә киләсәктең ниндәй булыуына бәйле бит.