10 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2010 йыл, 11:40

Раил Сарбаев Вячеслав Яцюк менән осрашты

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

26 февралдә Республика Йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән Украинаның Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе урынбаҫары Вячеслав Яцюк Башҡортостан менән Украина араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.

Украина Башҡортостандың күптәнге партнеры булып тора һәм республикабыҙ менән сауҙа өлкәһендә әүҙем хеҙмәттәшлек итеүсе илдәр иҫәбенә инә.

— Украина менән  Башҡортостан араһында тауар әйләнеше былтыр 227 миллион доллар тәшкил итте, ә 2008 йылда – 400 миллионға яҡын, — тине Вячеслав Яцюк. – Был суммалар хатта илебеҙҙең Европалағы яҡын күршеләре – бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән тауар әйләнеше күләменән дә артығыраҡ.

Раил Сарбаев билдәләүенсә, уҙған 2009 йыл Украина өсөн дә, Башҡортостан өсөн дә еңелдән булманы. Әммә был Украина менән мөнәсәбәттәрҙә кире сағылырға тейеш түгел, һәм республика етәкселеге элеккесә был дәүләтте стратегик партнерҙарының береһе булараҡ ҡарай.

Вячеслав Яцюк, Өфө мәктәптәренең береһенең базаһында украин балалары үҙ халҡының телен һәм тарихын тәрән өйрәнә алһын ине, тигән теләк белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр был тормошҡа ашырыла ҡалһа, Өфө Рәсәй ҡалалары араһында был йүнәлештә башлап юл ярыусы булыр ине, сөнки хатта Мәскәүҙә лә тулы украин мәктәбе юҡ.

Раил Сарбаев үҙ яғынан, республика етәкселеге бындай инициативаны яҡларға әҙер, тип билдәләне. Осрашыуҙа ҡатнашыусы БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев әйтеүенсә, белем биреүҙең украин компонентын 9-сы мәктәп базаһында индерергә мөмкин. Был мәсьәлә, билдәле бер ваҡыт талап итһә лә, хәл итерлек.

Раил Сарбаевтың Вячеслав Яцюк менән осрашыуы украин халҡы өсөн мөһим сәйәси ваҡиғалар осоронда үтте. Унан алда ғына был илдең яңы Президенты Виктор Янукович үҙ вазифаһын үтәй башланы.

— Беҙ яңы Президентҡа ҙур өмөттәр бағлайбыҙ, — тине Вячеслав Яцюк. — Беренсе сиратта, Украинаның дәүләт институттары һөҙөмтәлерәк эшләй башлар, тип өмөтләнәбеҙ.  Ә был, Украина үҙенең партнер илдәре менән мөнәсәбәттәрен әүҙемерәк үҫтерер, тигән һүҙ, улар иерархияһында беренсе урынды Рәсәй биләй. Шуға күрә лә яҡын араларҙа уҡ  Украина президентының Рәсәй Федерацияһына тәүге рәсми сәфәре планлаштырыла. Украинаның Башҡортостан менән хеҙмәттәшлегенә килгәндә, ул элеккесә дәүләтебеҙҙең тышҡы сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре иҫәбендә буласаҡ.