4 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2010 йыл, 11:26

Өфөлә каратэ буйынса IX халыҡ-ара турнир старт ала

автор: Дмитрий Слезин

Шәмбе көндө, 27 февралдә, Өфөлә каратэ буйынса “Юлаҡлы юлбарыҫ” IX халыҡ-ара турнир старт ала. Рәсми асыу тантанаһы — көндөҙгө сәғәт дүрттә  «Приозерный» физкультура – һауыҡтырыу комплексында.

Был сараны Башҡортостан Республикаһының каратэ федерацияһы республиканың Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы һәм Ҡала үҫеше йәмәғәт фонды ойоштора.

Турнирҙа республиканың ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Төмән өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Пакистандан 450 спортсы ҡатнаша.  

Ярыштар спорт алыштары (кумитэ) һәм техник комплекстар (ката) буйынса үткәрелә. Ҡатнашыусылар йәше —10 — 18 йәшлектәр һәм унан ололар.