8 декабрь, Кесе йома

27 февраль 2010 йыл, 11:19

Сәнәғәт министрлығы новаторҙар ҡаҙаныштарын яҡтыртыу буйынса конкурсҡа документтар ҡабул итә

автор: Любовь Колоколова

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы Башҡортостан Республикаһында тупланған фәнни-техник ҡеүәтте ҡулланыу буйынса предприятие һәм йәмәғәт ойошмалары тәжрибәһен, новаторҙар ҡаҙаныштарын киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу тураһында документтар ҡабул ителеүен иғлан итте.  

Конкурс документацияһы рәсми сайтта урынлаштырылған:

http://goszakaz.bashkortostan.ru/public.purchase/default.asp?bddtname=puradd

Конкурс тураһындағы положениела әйтелеүенсә, фәнни-техник, инновацион, белем биреү һәм инвестицион өлкә мәсьәләләренә, фәнде популярлаштырыуға дәүләт, йәмәғәт һәм эшҡыуарлыҡ структуралары иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында фәнни-техник һәм инновацион йүнәлешле мәғлүмәтте әҙерләү һәм баҫтырып сығарыу был эштәрҙең төп маҡсаты иҫәпләнә.

Бынан тыш, ғалимдарҙың, фән эшмәкәрҙәренең, уйлап табыусыларҙың, инженер-техник хеҙмәткәрҙәрҙең, студенттар һәм мәктәп уҡыусыларының уйлап табыу һәм рационализаторлыҡ мәсьәләләрендә әүҙемлеген арттырыу бурысы ла ҡуйылған.

Конкурсҡа документтар 2010 йылдың 15 мартына тиклем ҡабул ителә.

Документтарҙы Өфө, К.Маркс урамы, 3-сө йорт адресы буйынса 315-се, 314-се кабинеттарға тапшырырға кәрәк.

Белешмәләр өсөн телефондар: 279-96-27, 279-96-19; e-mail: vvnikitin83@mail.ru.