10 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2010 йыл, 10:53

Башҡортостанда «Профсоюз активында ҡатын-ҡыҙҙар» конкурсы старт алды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы профсоюздары федерацияһы “Действие” гәзите менән берлектә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан «Профсоюз активында ҡатын-ҡыҙҙар» конкурсын иғлан итте. Республика предприятиелары һәм ойошмаларының штаттағы профсоюз хеҙмәткәрҙәре һәм һайланған профсоюз активындағы гүзәл заттар ҡатнашыуға саҡырыла.

Ҡатнашыусыларҙың ниндәй йәмәғәт эштәре башҡарыуҙары тураһындағы яҙмалар буйынса конкурс еңеүселәре билдәләнәсәк. Профсоюз эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттән тыш, ҡатнашыусыларға фотоларын ебәреү мотлаҡ. Конкурста ҡатнашыуға заявка 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Конкурс шарттары тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте БР Профсоюздар федерацияһы сайтынан алырға мөмкин. Уның адресы: http://www.fprb.ru/news/4330.html.

темалар: профсоюз