6 декабрь, Шишәмбе

27 февраль 2010 йыл, 10:18

Иң яҡшы бейеүселәр һайлап алынасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

28 февралдә Конгресс-холда хәҙерге заман бейеү йүнәлештәре буйынса I Башҡортостан чемпионаты үтәсәк. Унда ҡатнашыу өсөн республика баш ҡалаһына иң көслө бейеүселәр һәм хореографтар йыйыласаҡ. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Волга буйы федераль округы ярыштарында, һуңынан Рәсәй һәм халыҡ-ара турнирҙарҙа чемпион исемен яулау өсөн һәм Башҡортостан намыҫын яҡлап 40 бейеү коллективы көрәшәсәк. Еңеүселәр яңғыҙ номинацияла, парҙар һәм коллективтар араһында билдәләнәсәк.

Чемпионатта ҡатнашыусылар халыҡ бейеүе, бейеү шоуы, классик бейеү, тарихи-көнкүреш бейеүе, мажоретка, твирлинг, черлидинг, джаз, модерн, диско, степ, бал бейеүҙәре ансамблдәре, социаль пар бейеүҙәре, хип-хоп, стрит-шоу, электрик буги, хаус, тектоник, belly dance кеүек бейеү дисциплиналарында ярышасаҡ.  

Ҡатнашыусыларҙың йәш категориялары түбәндәгесә: «бэби» кескәйҙәр төркөмө (алты йәш һәм унан кесерәктәр), балалар (7-11 йәш), үҫмерҙәр (12-15 йәш), өлкәндәр (16 йәш һәм унан өлкәнерәктәр).

Конкурсанттарҙың сығыштары башҡарыу техникаһы буйынса баһаланасаҡ — был синхронлыҡ, аныҡлыҡ, ҡатмарлылыҡ кимәле, ритм. Икенсе критерий — композиция (хореография). Үҙенсәлекле костюм, оҫта макияж, сифатлы декорациялар, тамашасы менән контакт — бейеү номерын баһалағанда былар барыһы ла шулай уҡ мөһим.

Әйтергә кәрәк, төбәктә чемпионат кимәлендәге бындай турнир тәүге тапҡыр үткәрелә, былтыр ноябрҙә үткәрелгән хәҙерге заман хореографияһы буйынса I асыҡ Башҡортостан Кубогы уның алдындағы этап булды.

Чемпионатты ойоштороусылар — БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм, Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлыҡтары ярҙамында БР Хәҙерге заман һәм эстрада бейеүҙәре федерацияһы.

темалар: конкурстар