Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды федераль программаларҙың үтәлешен тикшерә

Иҡтисад

Башҡортостанға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды – дәүләт корпорацияһының эш төркөмө килгән.  Башҡортостан тәүгеләрҙән булып күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, авария хәлендәге торлаҡ фондынан халыҡты икенсеһенә күсереү программалары буйынса үткәрелгән саралар тураһында иҫәп-хисап биргән. Әлеге мәлдә Фонд белгестәре урындарҙа тикшереү үткәрә, унан һуң ТКХ реформалаштырыуға булышлыҡ итеү программаларында республиканың артабан да ҡатнашыуы, шулай уҡ өҫтәмә бонустар биреү тураһында хәл ителәсәк.  

ТКХ Фонды мәғлүмәте буйынса, эш төркөмө Өфө һәм Туймазыға йыйына. Белгестәр коммуналь комплекс ойошмалары объекттарын ҡарарға ниәтләнә, идара итеү компаниялары һәм милекселәр ширҡәте ағзалары менән осраша.

2008-2009 йылдарҙа Башҡортостанға күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүгә һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан икенсеһенә күсерергә, шул иҫәптән торлаҡ баҙары үҫешен көйләүҙең кәрәклеген иҫәпкә алып, ТКХ Фонды сараларынан 7,34 миллиард һум бүленде.

Ҡушма финанслау тәртибендә төбәк был сараларға 2,2 миллиард һум өҫтәгән. Һөҙөмтәлә төбәктә үрҙә күрһәтелгән программаларҙы ғәмәлгә ашырыу арҡаһында 750 күп фатирлы йорт ремонтланған һәм авария хәлендәге 361 йорттан граждандар икенсеһенә күсерелгән. Йәшәү шарттарын 147 025 кеше яҡшырта алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть