4 декабрь, Йәкшәмбе

27 февраль 2010 йыл, 8:59

27 февраль – ҡыҫҡартылған эш көнө

автор: «Башинформ»

27 февраль — эш көнө. Әммә эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартылған, тип аңлаттылар Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Был байрам алды эш көнөнөң (дүшәмбе, 22 февраль) шәмбегә, 27 февралгә, күсерелеүе менән бәйләнгән. Ә байрам алды көндәрендә, ғәмәлдәге закондарға ярашлы, эш көнө оҙайлылығы һәр ваҡыт бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ.