8 декабрь, Кесе йома

26 февраль 2010 йыл, 17:50

Мортаза Рәхимов Башҡортостан украиндарының VI съезына уңышлы эш теләне

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан украиндарының VI съезы делегаттарына һәм ҡунаҡтарына ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән һеҙҙе мөһим форумығыҙ асылыу менән ихлас ҡотлайым!

Ул украин халҡын артабан туплауға булышлыҡ итер, милли мәҙәниәттәрҙе үҫтереүгә, тыуған республикабыҙҙа дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек шарттарын нығытыуға билдәле бер өлөш индерер, тип ышанам.

Ҡунаҡсыл башҡорт ерендә тәүге украин биләмәләре бынан ике быуаттан ашыу элек барлыҡҡа килә, ә бөгөн украиндар Башҡортостандың бөтә ҡалаларында һәм райондарында тиерлек йәшәй. Улар Башҡортостандың иҡтисадын, социаль һәм рухи-мәҙәни өлкәһен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша.

Республикала украиндарҙың телен, мәҙәниәтен һәм милли традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү өсөн яҡшы шарттар булдырылған. 1990 йылдан – «Кобзарь» Республика милли-мәҙәни үҙәге, 1996 йылдан –«Берегиня» Украин ҡатын-ҡыҙҙары берлеге, 1998 йылдан   «Беркут» Украин йәштәре берлеге эшләп килә.

5 дөйөм белем биреү, 4 йәкшәмбе мәктәптәре уңышлы эшләй. Республиканың мәғариф системаһында 1-се Өфө педагогия колледжының украин бүлеге,  М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы лайыҡлы урын биләй. Уларҙа педагогик кадрҙар ҙа әҙерләнә.

Башҡортостанда бөгөн 23 украин үҙешмәкәр коллективы эшләп килә, улар республика украиндары тупланып йәшәгән ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа эшләй. Золотоношка ауылындағы украин тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Рәсәйҙә берҙән-бер балалар баҡсаһы-мәктәп комплексы унан ситтә лә киң билдәле.

Милли-мәҙәни берләшмәләрҙең эшмәкәрлеге кешеләр араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға, йәштәрҙе уртаҡ тыуған илебеҙ – бөйөк Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәттәренә, телдәренә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Форумда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, бөтә изге эштәрендә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».