9 декабрь, Йома

26 февраль 2010 йыл, 17:02

Өфө ҡала Советы депутаттары 2009 йылға йомғаҡ яһаны

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советының быйылғы тәүге ултырышында депутаттарҙың 2009 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды. Иҡтисади көрсөктөң ил, республика, ҡала үҫешенә кире йоғонто яһауы бер кемгә лә сер түгел. Әммә, ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, Өфө муниципалитеты ҡала халҡы алдындағы үҙ йөкләмәләрен тулы күләмдә үтәй алды.

— Көрсөк эҙемтәләрен мөмкин тиклем кәметеү буйынса көсөргәнешле эшләү ҡаланың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешендә ярайһы уҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итте, һөҙөмтәлә Башҡортостан баш ҡалаһы Рәсәйҙең иң имен ҡалалары араһында үҙенең алдынғы позицияларын һаҡлап ҡала алды, – тине Ирек Ниғмәтуллин.

Былтыр Өфө халыҡтың тәбиғи үҫеше һаҡланған илдә берҙән-бер миллионлы ҡала булды. Өфөлә 2009 йылда сәнәғәт производствоһы индексы 2008 йылға ҡарата 97,6 процент тәшкил итеү факты ла ҡаланың тотороҡло үҫеш күрһәткесе булып хеҙмәт итә.

Шул уҡ ваҡытта, Ирек Ниғмәтуллин әйтеүенсә, 2009 йылда һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр Өфө бюджеты ҡытлыҡлы булды. Ҡала сығымдары килемдән 100 миллион һумға артығыраҡ килеп сыҡты.

— Шулай ҙа, йыл ауыр булыуға ҡарамаҫтан, 2009 йылда ҡала бюджетына төҙәтмәләр унан алдағы йылға ҡарағанда һирәгерәк индерелде, — тип билдәләне Ирек Ниғмәтуллин. – Ә был ҡала етәкселегенең яҡшыраҡ планлаштыра, хужалыҡ сығымдарын оптималләштерә һәм экономиялай башлауы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, Өфө Советы ла, хакимиәте лә 2009 йылда үҙ ихтыяждарына сығымдарҙы дүрттән бер өлөшкә ҡыҫҡартты.

Ҡала Советы депутаттары былтыр Өфө биләмәһендә “Мәғариф”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Рәсәй граждандарына – арзан һәм уңайлы торлаҡ”, “Агросәнәғәт комплексын үҫтереү” өҫтөнлөклө милли проекттарын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирҙе. Социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөү ҙә ҡала инфраструктураһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булды.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә лә хәлдәр ярайһы уҡ яҡшы. Быға башлыса Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән уңышлы хеҙмәттәшлек ыңғай йоғонто яһаны. Ҡалала күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау һәм граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса маҡсатлы программалар әҙерләнде.

Ҡала Советы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлде. Ҡала үҫешендә иҡтисадтың был секторының роле баһалап бөткөһөҙ. Бәләкәй һәм урта бизнес предприятиелары өҫтәмә эш урындары бирә, баҙарҙа тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр ассортиментын киңәйтә, ҡала ҡаҙнаһын тулыландырыуҙың төп һәм, иң мөһиме, тотороҡло сығанаҡтарының береһе булып тора.

Үҙ сығышында Ирек Ниғмәтуллин ҡала маҡсатлы программаларын тормошҡа ашырыу, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү мәсьәләләрен дә ҡуҙғатты һәм Советтың 2010 йылға эш пландарын яҡтыртты.