4 декабрь, Йәкшәмбе

26 февраль 2010 йыл, 9:25

Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

25 февралдә Башҡортостан Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына “Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл (Республикалағы хәл һәм 2010 йылда уны үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында)” сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

“Хөрмәтле депутаттар!

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы һеҙгә йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итәм.

Бөгөн һеҙ Мөрәжәғәтнамәнең тексын һәм 2009 йылда Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади хәле тураһындағы докладты аласаҡһығыҙ. Бынан тыш, тиҙҙән яңы конституцион норма буйынса тәүге тапҡыр республика парламенты ултырышында Хөкүмәт отчеты тыңланасаҡ. Быларҙың барыһы миңә Башҡортостан үҫешенең иң мөһим мәсьәләләренә генә туҡталырға мөмкинлек бирә.

2010 йыл Башҡортостан Республикаһы һәм бөтә Рәсәй Федерацияһы өсөн айырым мәғәнәгә эйә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән иҫтәлекле, беҙҙә Республика йылы тип иғлан ителде. Был яңыртылған Рәсәй составында хәҙерге Башҡортостан өсөн үткән егерме йылға йомғаҡ яһау, артабанғы перспективаларыбыҙҙы аныҡ билдәләү мөмкинлеген бирә.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Анатольевич Медведев үҙенең “Рәсәй, алға!” программа мәҡәләһендә бөтә ил өсөн төп проблеманы билдәләне: “Беҙ, Рәсәй халҡының хәҙерге быуыны, ҙур мираҫҡа эйә булдыҡ. Ул әүәлге быуындарҙың ҙур тырышлығы менән яуланған, эшләп алынған. Ҡайһы саҡта ауыр һынауҙар һәм ысынлап та ғәйәт ҙур ҡорбандар хаҡы менән. Беҙ бик ҙур территорияға, мул тәбиғәт байлыҡтарына, ҙур сәнәғәт ҡеүәтенә, фән, техника, мәғариф, сәнғәт өлкәһендәге сағыу ҡаҙаныштарҙың күләмле исемлегенә, армия һәм флоттың данлы тарихына, ядро ҡоралына эйәбеҙ. Беҙ был мираҫты нисек тотонорбоҙ? Уны нисек тулыландырырбыҙ?”

Беҙ, ысынлап та, ҙур мираҫҡа эйәбеҙ. Әммә осраған проблемалар ҙа ҡатмарлы булды. Уларҙың күптәре тиҫтәләрсә йылдар буйы хәл ителә алманы. 1990 йылдан алып республика яһаған ысын мәғәнәһендә тарихи алға китеш тә шул тиклем үк сағыу булды.

Иҡтисади процестарға идара итеү системаһы үҙгәртеп ойошторолдо, баҙар механизмдары булдырылды. Республика тотороҡло үҫеш моделен практикаға индерҙе.

Ҡала һәм ауылдарҙың йөҙө күҙгә күренеп үҙгәрҙе. 33 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелде. Газ үткәреү, юлдар, күперҙәр һәм кешеләргә бик кәрәкле башҡа объекттар һалыу буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды. Һаулыҡ һаҡлау, фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт системаларында мөһим алға китеш булды. Уларҙың матди-техник базаһы нығытылды, йөҙҙәрсә уникаль бина һалынды. Ҡалаларҙа ғына түгел, хәҙер төпкөл ауылдарҙа ла халыҡ юғары рухи-мәҙәни ҡиммәттәргә йәлеп ителә.

Аҡсалата килемдәр буйынса республика халҡы элекке 66-сы урындан илдә төп урындарҙың береһенә күсте. Кеше потенциалының үҫеш индексы буйынса беҙ тәүге тиҫтәгә тотороҡло инәбеҙ.

Башҡортостан Рәсәйҙең ун таяныс төбәге иҫәбенә ышаныслы инә. Улар федераль бюджет килемдәренең өстән ике өлөшөн формалаштыра һәм илде донъяның төп дәүләттәре рәтенә сығарыу һәләтенә эйә!

Система булдырыусы предприятиелар модернизацияланды, яғыулыҡ-энергетика, машиналар эшләү һәм сәнәғәттең, төҙөлөштөң, ауыл хужалығы, транспорт һәм элемтәнең  башҡа тармаҡтарында яңы ҡеүәттәр булдырылды. Республиканың һәм илдең фәнни-техник ҡеүәтен нығытҡан эре инвестиция проекттары тормошҡа ашырылды. Сәнәғәт етештереүе, төп капиталға инвестициялар күләме буйынса Башҡортостан реформаға тиклемге кимәлгә сыҡты, ә ауыл хужалығы продукцияһы һәм төҙөлөш эштәре буйынса был кимәлде үтеп китте. Ваҡ сауҙа әйләнеше күләме яҡынса 3,5 тапҡырға артты!

Ҡайһы бер сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһы төрҙәрен сығарыу буйынса Башҡортостан күп йылдар дауамында илдә лидер булып ҡала. Эшҡыуарлыҡ киң үҫеш алды. Бөгөн бәләкәй һәм урта бизнес тулайым төбәк продуктының бишенсе өлөшөн тәьмин итә. Был — Рәсәйҙә иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе!

Республиканы модернизациялау өсөн шарттар булдырыуға беҙ айырым яуаплылыҡ менән ҡараныҡ. Ул — тулы ҡиммәтле закондар базаһы, сәйәси тотороҡлолоҡ һәм милләт-ара татыулыҡ, граждандарҙың шәхси именлегенең юғары кимәле, бөтә милек формаларын үҫтереү өсөн ышаныслы гарантиялар.

Беҙ “шок реформалары” һәм хәүефле эксперименттар юлынан китмәнек, тәбиғәт-хужалыҡ комплексын туҙҙыртманыҡ. Республика үҙенең социаль йөкләмәләренән баш тартманы һәм халыҡтың бөлгөнлөккә төшөүенә юл ҡуйманы.

Беҙ авантюралы башланғыстарҙы яҡламаныҡ, эволюцион, уйланылған үҙгәртеп ҡороуҙар үткәрҙек. Был сәйәсәт йәмғиәтебеҙҙе берләштерҙе, властың юғары абруйын һаҡлап ҡалды. Кешеләр уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлай алыуыбыҙға, республика ҡеүәтен тайпылышһыҙ үҫтереүҙе һәм йәшәү кимәлен күтәреүҙе тәьмин итергә һәләтле булыуыбыҙға инанды. Федератив мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү беҙҙең өсөн егерме йыл элек үҙе өсөн тарихи һайлауҙы ғәмәлгә ашырған күп милләтле республика халҡының ихтыярын үтәү булды. Берҙәм Рәсәй дәүләтен нығытып, Башҡортостан халҡы атай-олатайҙар ҡалдырған ҡиммәтле мираҫтың — үҙ еренең хәстәрлекле хужаһы булырға ынтыла!

Беҙ граждандарҙың ышанысын юғары баһалайбыҙ! Йәмғиәт тарафынан сәйәси курсты берҙәм хуплауҙың һаҡланып ҡалыуы — беҙҙең өсөн республика етәкселеге эшмәкәрлеген баһалауҙың төп критерийы ул.

Хөрмәтле депутаттар!

Рәсәй Федерацияһы Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә илде модернизациялау стратегияһы билдәләнә. Уның төп маҡсаты — Рәсәйҙең донъя державаһы булараҡ статусын һаҡлап ҡалыу, халыҡтың планеталағы төп илдәрҙең кимәле менән сағыштырырлыҡ йәшәү сифатына өлгәшеү. Башҡортостан Республикаһы ошо процестарҙың төбәк локомотивы булды һәм булып ҡала!

Билдәләнгән маҡсаттарға өлгәшеү өсөн беҙҙә тейешле бөтә шарттар бар. Республикабыҙ ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡ менән айырылып тора. Конституцияла нығытылған социаль йүнәлешле сәйәсәт эштә тормошҡа ашырыла. Кешеләр милләт-ара тыныслыҡ һәм татыулыҡты юғары баһалай. Граждандарҙың күпселеге ныҡышмалы һәм уңышлы эш менән тормошон яҡшырта. Фиҙакәр хеҙмәт беҙҙә йәмғиәттең төп рухи-әхләҡи ҡиммәте булып тора.

Бөгөн Башҡортостанда модернизацияға көйләнеү йәһәтенән проблема юҡ. Беҙ уның механизмдарын егерме йыл элек, республика үҙенең милли байлығын тулыһынса файҙаланыу мөмкинлеген алған осорҙа уҡ эшкә ҡуштыҡ. Тап шул саҡта кешеләр яңырыуыбыҙҙың уңышы иң элек уларға бәйле булыуын асыҡ аңланы.

Тотороҡло үҫеш траекторияһына сығып, беҙ модернизациялауҙың кеше ресурстарын даими арттырабыҙ. Уларға төҙөлгән һәм яңыртылған 1064 мәктәп, уҡытыуҙың заманса технологияларына күсеү, дөйөм һәм һөнәри белем биреү селтәрен киңәйтеү, фундаменталь һәм практик фәндәрҙең кадрҙар һәм матди базаһын нығытыу инә. Ошолар булмай тороп инновацион иҡтисадтың аяҡҡа баҫыуы мөмкин түгел!

Яңы маҡсаттар һәм бурыстар билдәләгәндә беҙ үҙебеҙҙең көслө позицияларыбыҙҙан баш тартмаясаҡбыҙ. Беҙ бөтә йәмғиәтте алдынғы аҙсылыҡҡа һәм консерватив күпселеккә бүлеү яҡлы түгелбеҙ. Һәр кешенең үҙ мөмкинлегенә ҡарап яңырыу рубежы бар тип инанам. Сәйәси идара ошо кимәлде дөрөҫ билдәләргә, уға өлгәшеү өсөн тәүшарттар булдырырға тейеш!

Хөрмәтле иптәштәр!

Республика Хөкүмәтенә ил Хөкүмәте рәйесе Владимир Владимирович Путин тарафынан ҡуйылған төп бурыстарҙы: “Тәүгеһе — система булдырыусы предприятиеларҙың тотороҡло эшен тәьмин итеү, уларҙы техник яңыртыу һәм модернизациялау программаларына булышлыҡ итеү. Икенсеһе — үҙебеҙҙең технологиялы экспортты дәртләндереү. Өсөнсөһө — торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү. Дүртенсеһе — эске ихтыяжға булышлыҡ итеү. Һәм, әлбиттә, эшһеҙлеккә ҡаршы көрәш, бәләкәй ҡалалар проблемаларын хәл итеү” бурыстарын тормошҡа ашырыуға айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Башҡортостан үҫештең барлыҡ төп күрһәткестәре буйынса алдынғы позицияларын һаҡлап ҡалырға тейеш.

Республикала күрелгән көрсөккә ҡаршы саралар иҡтисадтағы хәлде контролдә тотоу, бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәү мөмкинлеген бирҙе. Беҙ төбәккә аҡыллы һәм һығылмалы идара иткәндә, үҙебеҙҙең тауар етештереүселәргә булышлыҡ күрһәткәндә донъя һынауҙарына ҡаршы торорға мөмкин булыуҙы практикала иҫбатланыҡ.

Әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға ярамай, алға барырға кәрәк. Бөгөн, һис ҡасан да булмағанса, идара итеүҙә өр-яңы ҡараштар, Башҡортостандағы модернизация процестарын яңыса күреү талап ителә.

Беҙҙең стратегия — буласаҡ Башҡортостандың сифат йәһәтенән яңы образын булдырыу. Әммә бының өсөн тәүәккәл рәүештә халҡыбыҙҙың ижади, интеллектуаль ҡеүәтен эшкә ҡушырға кәрәк.

Мөмкин тиклем күберәк кешене эш менән тәьмин итеү төп бурыстарҙың береһенә әүерелә. Хатта көрсөк йылында беҙ яңы етештереү объекттарын сафҡа индереп, 6 меңдән ашыу яңы эш урыны булдыра алдыҡ. Яҡын арала кәмендә 50 мең эш урыны булдырыу бурысы тора!

Әлбиттә, федераль бюджет сәйәсәтенең хәҙерге ҡаты шарттарында мөмкинлектәребеҙ сикле. Шуға күрә федераль средстволарҙы йәлеп итеү буйынса республика мәнфәғәттәрен ныҡышмалыраҡ яҡларға кәрәк. Беҙ айырым маҡсатлы федераль программаларҙың һәм инвестиция проекттарының иң әүҙем ҡатнашыусыларына әүерелергә тейешбеҙ. Тәү сиратта модернизациялауҙың биш йүнәлеше менән бәйле проекттарҙың хупланасағы аңлашыла. Улар — энергетика, ядро сәнәғәте, телекоммуникациялар, мәғлүмәт технологиялары һәм медицина.

Башҡортостанда был өлкәләрҙә ярайһы уҡ ныҡлы фәнни-техник нигеҙ бар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә перспективалы тикшеренеүҙәргә һәм эшләнмәләргә,  шулай уҡ ҡатнаш тармаҡтарға этәргес бирәсәк иҡтисад секторҙарына иғтибарҙы тупларға кәрәк. Беҙгә алдынғы производстволар, технологиялар, юғары өҫтәмә хаҡлы яңы төр продукция һәм заманса инфраструктура бик кәрәк.

Бөтә саралар системаһы тағы ла уңайлыраҡ инвестицион климат булдырыуға, инвестицион әүҙемлекте көсәйтеүгә йүнәлтелергә тейеш.

Башҡортостандың академия һәм тармаҡ фәненең бай ресурсын тулыраҡ файҙаланыу мөһим. Иҡтисад фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән технологияларға йөҙ борһон, төп тармаҡтар һөҙөмтәлерәк эшләһен өсөн аныҡ тәҡдимдәр кәрәк. Беҙҙә исемдәре донъяға билдәле ғалимдар бихисап. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңылыҡтарҙы файҙаланыуҙа әлегә системалылыҡ юҡ. Хөкүмәткә эшлекле һәм ғилми берләшмә менән берлектә тырышлыҡты иҡтисадты модернизациялауҙың ғәмәлдәге резервтарын һәм механизмдарын үҫтереүгә, яңыларын эҙләүгә йүнәлтергә кәрәк.

Инновацияларға һорау булдырырға кәрәк, шул иҫәптән шәхси-дәүләт партнерлығы, венчур финанслауы ярҙамында.

Бөгөн үҙенсәлекле эшләнмәләргә һәм әүҙем тормош позицияһына эйә булған алдынғы фекерле байтаҡ ижад кешеләре бәләкәй һәм урта бизнеста эшләй. Беҙгә эш урындарын һаҡлап ҡалған һәм яңы урындар булдырған эшҡыуарҙарҙың башланғыстарын яҡларға кәрәк. Был мәсьәләлә муниципалитеттар айырым әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Уларҙың тулы ҡанлы иҡтисадының аяҡҡа баҫыуы — модернизациялауҙың төп йүнәлештәренең береһе. Үҙеңдең иҡтисади базаңды үҫтереү өсөн өҫтән ярҙам һәм күрһәтмәләр көтөүҙең кәрәге юҡ. Иң мөһиме — битараф ҡалмау, формаль яҙыуҙар менән шөғөлләнмәү, ә инициативалы кешеләргә аныҡ  эштәр менән булышлыҡ итеү. Хакимиәт башлыҡтары бының өсөн бөтә вәкәләттәргә эйә.

Бюджет сығымдарын ҡулайлаштырыу эшебеҙҙең төп йүнәлешенә әүерелергә тейеш. Күрһәтелгән дәүләт хеҙмәттәре сифатын һәм бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыуға яуаплылыҡты арттырырға кәрәк. Һалымдарға етәкселек итеүҙе көсәйтеү зарур. Дәүләт һәм муниципаль учреждениеларҙың структураһын үҙгәртеүҙе дауам итергә кәрәк.

Былтыр банк секторына байтаҡ дәүләт аҡсаһы йүнәлтелде. Был уның финанс тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирҙе. Әммә төбәк банкыларын капиталлаштырыу түбән булып ҡала. Ипотека кредитлауы биш тапҡырға кәмегән. Кредиттар буйынса ставкалар үҫте. Оҙайлы ресурстарҙың түбән кимәле реаль секторҙы кәрәкле күләмдә финансларға мөмкинлек бирмәй. 2009 йылда төп капиталға банк инвестициялары күләме 9,6 миллиард һум тәшкил иткән, шул уҡ ваҡытта республика банк секторы Рәсәй банкыһынан 61,9 миллиард һум алды. Был  республика бюджетына тиңләшә!

Был аҡса предприятиеларға барып еттеме, тип һорағы килә. Һәм иҡтисад өсөн бының ниндәй файҙаһы булды?

Бөтә ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ етештереү күләмдәренең ҡырҡа кәмеүенә юл ҡуйманыҡ һәм сәнәғәттәге хәлде тотороҡландыра алдыҡ. Әммә бының менән тынысланырға ярамай!

Өр-яңы технологияларҙы ғәмәлгә индереүҙе дауам итеү, нефть ятҡылыҡтарын эҙләү һәм разведкалау талап ителә. Энергетикала, нефть эшкәртеүҙә, химияла һәм нефть химияһында техник-технологик модернизациялау традицияларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү мөһим. Тиҙ арала республиканың энергетика системаһын үҫтереү схемаһын һәм программаһын эшләү зарур. Энергияны һаҡлау тураһында яңы законды тормошҡа ашырыу буйынса етди эш тора.

Машиналар эшләүҙә етештереүҙе диверсификациялауҙы, экспорт һәм импортты алмаштырыусы продукция, ике тәғәйенләнештәге әйберҙәр етештереүҙе дауам итергә кәрәк. Бишенсе быуын истребителдәре өсөн двигателдәр сығарыу өҫтөнлөклө бурыс булып тора. Вертолеттар, автомобиль техникаһы сифатының донъя кимәлен тәьмин итеү мөһим. Станоктар, шулай уҡ нефть һәм газ комплексы өсөн ҡорамалдар етештереүсе предприятиелар тарафынан яңы баҙарҙар үҙләштереүҙе дауам итергә кәрәк. Сит ил ауыл хужалығы техникаһын йыйыуҙы ойоштороу һәм республикала тейешле узелдар һәм агрегаттар етештереүҙе туплау — айырым бурыс.

Беҙҙә әлегә тиклем түбән сортлы ағасты эшкәртеү буйынса предприятие юҡ. Күн етештереү буйынса ла алға китеш юҡ. Финляндия, Швеция, Төркиә, Италия тәжрибәһен әүҙемерәк өйрәнергә кәрәк. Ошондай производстволар ойоштороу өсөн партнерҙар ҙа табырға ваҡыт!

Көрсөккә һәм ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, аграрийҙар юғары кимәлдә эшләне. ¢ур дәүләт ярҙамы быға булышлыҡ итте. Ауыл хужалығын үҫтереүҙең республика программаһына ярашлы ағымдағы йылға планлаштырылғандарҙың барыһы ла шулай уҡ үтәлергә тейеш. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса айырым республика программаһына ихтыяж өлгөрөп етте. Унда ошо хужалыҡтарҙы заманса етештереү саралары менән йыһазландырыу буйынса саралар мотлаҡ ҡаралырға тейеш.

Бөгөн ауыл хужалығында һан күрһәткестәре генә мөһим түгел, махсуслаштырылған хужалыҡтарҙы үҫтереп һәм сифатлыраҡ продукция сығарыуҙы арттырып, агросәнәғәт комплексын әүҙем диверсификацияларға кәрәк. Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр, эшкәртеүсе предприятиелар һәм сауҙа мәнфәғәттәре балансына өлгәшергә кәрәк. Ауыл хужалығы предприятиелары өсөн хеҙмәттәр инфраструктураһын үҫтереү мөһим.

Ябай булмаған хәлдә беҙ торлаҡты сафҡа индереү күләмдәрен кәметеүгә юл ҡуйманыҡ. Был — аҙ ҡатлы төҙөлөштөң яңы сәйәсәте һөҙөмтәһе. “Үҙ йортоң” республика программаһына ярашлы биш йыл эсендә тотош алғанда арзан хаҡлы кәмендә 10 мең йорт һалыу бурысы тора. Инженерлыҡ коммуникацияларын һәм төҙөлөш райондарын төҙөкләндереүҙе дәүләт үҙ иңенә ала.

Транспорт һәм юл тармаҡтарында ҙур эш планлаштырыла. Өфө ҡалаһында аэропорт комплексын үҫтереүҙе дауам итеү, “Арҡайым” авиакомпанияһын һауа суднолары менән тәьмин итеү, Сибай һәм Нефтекама ҡалаларында аэропорттарҙың эшен яңыртыу талап ителә. Ташкисеү  эргәһендә Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙең икенсе сиратын сафҡа индерергә, республика баш ҡалаһы тирәләй урау юлдар һалыуға даими иғтибар бирергә кәрәк.

Сауҙа тураһында яңы федераль закон тормошҡа ашырыла башлай. Был эшмәкәрлекте системалаштырыу өсөн тейешле республика программаһын эшләргә кәрәк.

Башҡортостандың БДБ илдәре менән бәйләнештәрен нығытыу һәм киңәйтеү, бөтә сит илдәр менән мөнәсәбәттәрҙең өлгәшелгән кимәлен һаҡлап ҡалыу республиканың халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлеген үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре булып ҡала.

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостандың ыңғай имиджын булдырыу буйынса эште байтаҡҡа әүҙемләштерергә кәрәк. Беҙ күп эшләйбеҙ, күп нәмәгә өлгәшәбеҙ, әммә быны күрһәтә белергә лә кәрәк. БМО системаһының халыҡ-ара ойошмалары — ЮНЕСКО, ЮНИДО, ПРООН, шулай уҡ Ислам Конференцияһы Ойошмаһы, ТӨРКСОЙ һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү бурысы мөһим булып ҡала.

Башҡортостандың матди мәҙәниәте объекттарын, уның тарихын, йолаларын һәм тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалыу һәм популярлаштырыу буйынса тырышлыҡтарҙы әүҙемләштерергә кәрәк, шул иҫәптән Бөтә донъя мираҫ исемлегенә индереү юлы менән. Башҡортостан Республикаһының сит илдәр менән дуҫлыҡ йәмғиәттәренә булышлыҡты дауам итергә кәрәк.

Был мәсьәләләрҙең барыһын да системалаштырыу һәм республиканың халыҡ-ара, төбәк-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереүҙең заманса концепцияһында сағылдырыу зарур.  

Хөрмәтле депутаттар!

Күп йылдар инде беҙ халҡыбыҙҙың йәшәү, граждандарҙың именлек кимәлен һәм сифатын күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Күп балалы ғаиләләргә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа, инвалидтарға һәм оло йәштәгеләргә йоғонтоло ярҙам күрһәтәбеҙ.

Аҙ тәьмин ителгән кешеләрҙең матди хәле туранан-тура дәүләткә, улар алған пособиеларға һәм түләүҙәргә бәйле. Беҙ уларҙы арттырыу өҫтөндә эшләргә, бының өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр эҙләргә тейешбеҙ. Дөйөм алғанда, күрһәтелгән ярҙамдың адреслылығын көсәйтеү өсөн социаль ярҙамға эйә булыусыларҙың берҙәм реестрын төҙөү мөһим. Был бюджет аҡсаһын һөҙөмтәлерәк файҙаланыуҙы тәьмин итәсәк.

Быйыл илебеҙ иҫтәлекле ваҡиғаны — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләй. Беҙ һуғыш ветерандарына, шулай уҡ тыл эшсәндәренә берҙәй иғтибарлы булырға тейешбеҙ. Ветерандарҙың торлаҡ-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу менән әүҙемерәк шөғөлләнергә кәрәк. Уларға торлағын ремонтлауҙа һәм шәхси хужалыҡтарын төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеү хаҡында һүҙ бара.

Быйыл федераль законға ярашлы мохтажлыҡ кисергән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһын да торлаҡ менән тулыһынса тәьмин итеү бурысы тора. Ветерандарҙың, һәләк булған һәм вафат булған яугирҙәрҙең тол ҡатындарының көндәлек ихтыяждары хаҡында ла оноторға ярамай. Уларҙың һәр береһен кешесә ябай хәстәрлек менән солғау мөһим. Был власть органдарының һәм муниципалитеттарҙың ғына түгел, шулай уҡ һәр граждандың изге бурысы!

Беҙ кеше потенциалын үҫтереүҙең һөҙөмтәле моделен булдырҙыҡ. Демографик түбән тәгәрәүҙе еңеп сығыуҙа, үлемде кәметеүҙә һәм тыуымды арттырыуҙа, халыҡтың ғүмер оҙайлылығын арттырыуҙа уңыштар һиҙелерлек. Уларҙы нығытырға кәрәк! Яҡын арала 2010 — 2012 йылдарға “Ғаилә” республика программаһы ҡабул ителергә тейеш.

Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүҙә ҙурыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшергә кәрәк. Уның фән, техника һәм технологиялар, инновацион идеялар ҡаҙаныштарын үҙләштереү һәләтен көсәйтеү зарур. Республикала аорта-коронар шунтлау, йөрәккә яһалма клапанды ҡанһыҙ ҡуйыу, тыумыштан ишетеү һәләтендә етешһеҙлектәр булған балаларҙың бөтәһенә лә кохлеар имплантация буйынса ҡатмарлы операциялар үткәрелә.

Шулай уҡ онкология, трансплантология һәм гематология, бәләкәй инвазив хирургияла, репродуктив технологиялар мәсьәләләрендә лә реаль алға китеш өлгөрөп етте.

Әсәләрҙең һәм сабыйҙарҙың сәләмәтлеген һаҡлауҙы яҡшыртыу өсөн Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ-гинекология корпусын төҙөүҙе тиҙләтергә, Республика балалар клиник дауаханаһының неонаталь үҙәген реконструкцияларға кәрәк. Федераль проекттар һәм программаларҙа әүҙемерәк ҡатнашырға, үҙебеҙҙә эре медицина үҙәктәре асыу мәсьәләләрен тикшерергә кәрәк.

Мөһим бурыстарҙың береһе — дарыуҙар менән күрһәтелгән ярҙамдың асыҡлығын арттырыу. Ветерандарҙы һәм инвалидтарҙы льготалы дарыуҙар артынан дарыуханалар буйлап өҙлөкһөҙ йөрөүҙән ҡотолдорорға кәрәк. Бындай препараттар дауалау-профилактика учреждениеларында бирелергә тейеш. Ә алыҫ ауылдарҙа — амбулаториялар һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары аша.

Әлеге йыл Рәсәйҙә Уҡытыусы йылы тип иғлан ителде. Хөкүмәттең бурысы — уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү өсөн өҫтәмә саралар комплексы эшләү. Уҡытыусыларҙың хеҙмәтенә түләүҙе эҙмә-эҙлекле арттырырға кәрәк. Әлбиттә, беҙ уларға торлаҡ биреүҙә, һаулығын нығытыуҙа һәм ялын ойоштороуҙа ла ошондай уҡ һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшергә тейешбеҙ. Йәш уҡытыусыларға гранттар — айырым статья.

Был проблемаларҙың барыһы ла республика уҡытыусыларының Х съезында бөтә яҡлап ҡараласаҡ. Ул Башҡортостан уҡытыусыларына “Беҙҙең яңы мәктәп” федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙа етди этәргес бирер, тип ышанам.

Беҙ белем биреүҙең заманса, конкуренцияға һәләтле моделен төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Ул иҡтисади үҫештең перспективалы тенденцияларына һәм йәмғиәт ихтыяждарына яуап бирергә тейеш.

Бөгөн һөнәри белемде модернизациялау алғы планға сыға. Учреждениелар селтәре һәм кадрҙар әҙерләү системаһының структураһы үҙгәртелә, министрлыҡтар, уҡыу йорттары һәм предприятиеларҙың тырышлығы берләштерелә. Өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү системаһын замандың ҡәтғи талаптарына яраҡлаштырырға кәрәк. Был — республика Хөкүмәтенең мөһим бурысы!

Беҙ Евразиялағы эре фән, мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәге булараҡ Башҡортостандың әһәмиәтен арттырырға тейешбеҙ. Төбәк телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүҙе дауам итергә, Башҡортостан энциклопедияһының һәм башҡорт халҡы тарихының күп томлыҡ баҫмалары өҫтөндә эште аҙағынаса еткерергә кәрәк.

Быйыл Салауат дәүләт башҡорт драма театры, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжы биналарын реконструкциялауҙы, Р. Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография училищеһының уҡыу театрын төҙөүҙе башлау  бурысы тора.

Беҙгә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар һанын артабан арттырыуға өлгәшергә кәрәк. Тейешле программалар ҡабул итеүҙе тиҙләтеү зарур, айырыуса балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса. Хөкүмәт перспективалы атлеттарға һәм уларҙың тренерҙарына йыл һайын кәмендә 300 стипендия булдырыу мәсьәләһен тикшерергә тейеш.

Туризм индустрияһы хаҡында айырып әйтергә кәрәк. Республика уны үҫтереү өсөн уникаль тәбиғи мөмкинлектәргә эйә. Ул — гүзәл тәбиғәт, һоҡланғыс ҡурсаулыҡтарыбыҙ, мәҙәни мираҫ объекттары. Әммә беҙ әлегә быларҙың барыһын да тейешенсә файҙалана белмәйбеҙ. Ҡунаҡханалар аҙ, экскурсия бизнесы яйға һалынмаған. Үҙенсәлекле туҡланыу предприятиелары етмәй. Башҡорт милли аш-һыуы ла улар араһында лайыҡлы урын алырға тейеш, тип иҫәпләйем.

Бында эштең иге-сиге юҡ. Был мәсьәләләрҙе хәл итеү эске туризмды үҫтереүгә, биләмәләребеҙҙең мөмкинлектәрен комплекслы файҙаланыуға этәргес бирәсәк.

Хөрмәтле йыйылыш!

Яңы демократик Рәсәй шарттарында Башҡортостан милли сәйәсәттең иң юғары халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән үҙ моделен эшләне. Уның төп айырмаһы — яҙылған хоҡуҡтарҙы декларациялау түгел, ә милли мәғариф, республика халыҡтары телдәрен, мәҙәниәттәрен һәм йолаларын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү өлкәһендәге һөҙөмтәләргә йүнәлгәнлек.

Һуңғы егерме йылда туған телдәрҙе өйрәнеү алып барылған мәктәптәр һаны ике тапҡырҙан ашыуға артты. Бөгөн рус милләтенән булмаған уҡыусыларҙың 73 проценты туған телен өйрәнә. Ун дүрт телде өйрәнеү ойошторолған. Алты телдә гәзиттәр сыға. ¢ур халыҡ мәҙәниәте байрамдары һәм фестивалдәре үткәрелә, балалар һәм йәштәр өсөн йәйге этномәҙәни лагерҙар ойошторола.

Тыуған төбәгебеҙ яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән традицион конфессияларҙы үҫтереү һәм уларҙың хеҙмәттәшлеге өсөн яҡшы шарттар булдырылған.

Шул уҡ ваҡытта илдәге федераль милли сәйәсәтте артабан камиллаштырырға кәрәк, сөнки был өлкәлә тейешенсә эш итмәү бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. 2009 йылдың июнендә Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының II съезында был хаҡта әйтелгәйне. Быйыл июндә Өфө ҡалаһында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү билдәләнә. Унда яңы тарихи шарттарҙа башҡорт халҡын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү юлдарын билдәләү бурысы тора.

Башҡортостандың күп милләтле халҡы ватансылыҡ ҡиммәттәренә яҡынлығы менән һәр саҡ айырылып торҙо. Йөрәктәребеҙ тарихи хәтер менән һуғарылған. Беҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында, 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында, бик күп локаль һуғыштарҙа яҡташтарыбыҙҙың данлы батырлыҡтарын бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Республика Ватанды һаҡлау йолаларын ҡәҙерләй, илдең оборона һәләтен нығытыуға ғәйәт ҙур өлөш индерә, Рәсәй Ҡораллы Көстәренә саҡырыу буйынса төп урындарҙы биләй. Ҡайһы саҡта кемдер Рәсәйҙең бөтөнлөгө һәм берҙәмлеге сәйәсәтенә Башҡортостандың тоғролоғон шик аҫтына ҡуйырға тырыша икән — был оятһыҙлыҡ. Гүзәл республикабыҙҙың үткәндәрен һәм бөгөнгөһөн белгән һәр кем быны раҫлаясаҡ!

Киң мәғлүмәт өлкәһендә лә ыңғай үҙгәрештәр бара. 1990 йылдан алып республикала 24 яңы ваҡытлы матбуғат сараһы барлыҡҡа килгән. Республикалағы бөтә дәүләт, шул иҫәптән милли баҫмаларҙың барыһының да хәҙер Интернет-сайттары бар. Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары граждандарҙың мәғлүмәт алыуға хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы уңышлы үтәй. Республика тормошондағы эре ваҡиғаларҙы, көрсөккә ҡаршы сараларҙы тормошҡа ашырыу барышын яҡтыртыуҙа уларҙың әһәмиәтен айырып билдәләргә теләйем.

Хөкүмәткә киң мәғлүмәт сараларын һәм полиграфия тармағын үҫтереүҙең яңыртылған программаһын эшләргә һәм тәҡдим итергә кәрәк. Уның нигеҙенә киң коммуникация сараларына идара итеүҙең донъя тәжрибәһе һалынырға тейеш.  Республика медиа-холдингын ойоштороу тураһындағы мәсьәләне ҡарау зарурлығы өлгөрөп етте. Был берҙәм мәғлүмәт сәйәсәте үткәреү, финанс сығымдарын ҡулайлаштырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Телевидение өлкәһендә беҙ һанлы тапшырыуҙарҙы индереүгә килеп еттек. Әле “БЮТ” дәүләт республика телеканалы башҡорт, рус, татар һәм республика халыҡтарының башҡа телдәрендә көн һайын 18 сәғәтлек тапшырыуҙар алып бара. Канал аудиторияһы — ул 5 миллионға яҡын тамашасы. Республика эфирында яңы музыкаль каналдар асыла, “Тамыр”  балалар телеканалы барлыҡҡа килә. Муниципаль берәмектәрҙә телевидение үҫеш ала. Был йүнәлештә Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм ҡайһы бер башҡа ҡалалар етди алға китеш яһаны.

Әммә телерадиотапшырыуҙарҙың ҡеүәте әле тулыһынса файҙаланылмай. Сифатты яҡшыртыу менән бер рәттән тапшырыуҙарҙың географияһын киңәйтергә кәрәк. Был ил төбәктәрендә Башҡортостан менән киңерәк таныштырыуҙы ойоштороу, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән аудитория йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.

Хөрмәтле депутаттар!

Быйыл Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ойошторолоуға 15 йыл тула. Ошо ярайһы уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҙур күләмле эш башҡарылды. Ныҡлы конституцион гарантиялар һәм абруйлы закондар базаһы булдырылды.

Былтыр республика Конституцияһына үҙгәрештәр индерелде, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһы булдырылды, Хөкүмәткә парламент контроле механизмы ойошторолдо.

Бюджеттың социаль йүнәлеше һаҡлап ҡалынды һәм уны ваҡытында ҡабул итеү тәьмин ителде. Халыҡты социаль яҡлау, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өлкәһендә ҡануниәт үҙгәртелде һәм тулыландырылды. Автомобиль юлдарын файҙаланыу һәм юл эшмәкәрлеге өлкәһендә республика власть органдарының вәкәләттәре көйләнде. Ер мөнәсәбәттәре өлкәһендә акттар яңыртылды.

Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау сиктәрендә йәштәр сәйәсәте буйынса тейешле закондар ҡабул ителде. Йәштәр йәмәғәт палатаһы, урындарҙа йәштәр советтары уңышлы эшләй.

Сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙарҙы, иҡтисадты йәнләндереүҙе һәм халыҡты тулы ҡиммәтле социаль яҡлауҙы артабан да хоҡуҡи тәьмин итеү Республика йылында тәү сираттағы бурыстар иҫәбенә инә.

Яҡын арала алдыбыҙҙа Дәүләт Йыйылышының киләһе саҡырылыш депутаттарының ҡулай иҫәбен билдәләү, партияларҙың тиң мөмкинлектәре гарантиялары тураһында закон проекттарын әҙерләү бурысы тора. Үҙәк һайлау комиссияһына һайлау системаһын планлаштырылған үҙгәрештәргә яраҡлаштырыу маҡсатында әҙерлек һәм аңлатыу эше үткәрергә кәрәк.

Депутаттар корпусы һәм дәүләт органдары республика өсөн ошо мөһим йүнәлештәрҙең барыһы буйынса ла берҙәм эшләргә тейеш.

Беҙгә Дәүләт Йыйылышында закон сығарыу инициативалары буйынса ябай тауыш биреү генә етмәй. Республика вәкилдәренең туранан-тура ҡатнашыуы, Федераль Йыйылыш, Дәүләт Думаһының һәм Федерация Советының тейешле комитеттары, федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар менән эҙмә-эҙлекле эшләү мөһим.

Республиканың Мәскәүҙә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы вәкиллеге мөмкинлектәренең республика дәүләт власы органдары тарафынан тейешенсә файҙаланылмауын билдәләргә кәрәк. Ҡәтғи власть вертикале шарттарында — был беҙҙең власть органдары етәкселәренең Федераль үҙәк менән үҙ-ара эш итеүенең түбән сифат критерийы.

Хөкүмәттә структур үҙгәртеп ҡороуҙарҙы дауам  итергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Бында һуңғы үҙгәрештәр көтөлгән һөҙөмтәне бирмәне. Бөгөн фәнгә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәргә һәм транспортҡа идара итеү өлкәләрендә хәлде яҡшыртыу талап ителә. Сиратта — законға нигеҙләнеп ҡабул ителгән хоҡуҡ акттарының сифат мониторингы системаһын ғәмәлгә индереү.

Һуңғы йылдарҙа мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү һәм электрон Хөкүмәт булдырыу буйынса бер нисә мөһим документ ҡабул ителде. Дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан Интернетта урынлаштырылған мәғлүмәттәрҙең мотлаҡ исемлеге билдәләнде. Хөкүмәт үҙ ведомствоһындағы органдар тарафынан тейешле мәғлүмәттәрҙе ваҡытында халыҡҡа сығарыуҙы тәьмин итергә тейеш. Депутаттарҙан ошо өлкәлә закон ҡабул итеү тураһындағы мәсьәләне ҡарауҙы һорайым. Урындағы үҙидара органдарына ла ошондай уҡ акттар эшләргә кәрәк.

Электрон төрҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү махсус контролдә тотола. Башҡортостандың Социаль картаһын тормошҡа ашырыуҙың танылған тәжрибәһен иҫәпкә алып, электрон формаға күсерелергә тейешле хеҙмәттәрҙең тәүге 25 төрө билдәләнде. Уларҙы ғәмәлгә индереү халыҡтың ваҡытын һәм аҡсаһын экономиялаясаҡ, коррупцияға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ.

Мәғлүмәт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең сифаты хәҙер эшегеҙ һөҙөмтәлелегенең мөһим күрһәткесе булыуына бөтә етәкселәрҙең иғтибарын йүнәлтәм!

Быйыл бурыстарҙың береһе — кадрҙар резервы һәм идара итеү кадрҙары резервын булдырыу. Был мәсьәлә Президент Советы ултырышында ентекле ҡаралды. Бөтә дәүләт органдары кадрҙарҙы планлаштырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеген дәртләндереү һәм баһалауҙың йоғонтоло механизмдарын ғәмәлгә индереү буйынса аныҡ тәҡдимдәр эшләргә тейеш.

Коррупцияға ҡаршы эш итеү сиктәрендә дәүләт хеҙмәткәрҙәре тарафынан килемдәр тураһында мәғлүмәттәр биреүҙең яңы тәртибен ҡулланыуға анализ яһарға кәрәк. Эш тәртибенә талаптарҙы үтәү һәм мәнфәғәттәр бәхәсен көйләү буйынса комиссиялар тулы ҡеүәтенә эшләргә тейеш.

Хөкүмәткә коррупцияға ҡаршы эш итеүҙең яңы программаһын эшләргә кәрәк. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына норматив акттарға коррупцияға ҡаршы экспертиза өлкәһендә белгестәр уҡытыуҙы ойоштороу зарур.

Илдә суд власын камиллаштырыу дауам итә. Судьяларҙың алмаштырылмаусанлығы тураһында конституцион гарантия тормошҡа ашырыла. Енәйәт язаһының яңы төрө булараҡ, иректе сикләү ғәмәлгә индерелде. Эштәрҙе мировой судьяларҙың ведомствоһына индереү тәртибе үҙгәртелде. Дөйөм юрисдикция судтарында апелляция инстанцияларын ойоштороу ҡараласаҡ.

Суд органдары хеҙмәткәрҙәренең тәртип мәҙәниәтен күтәреү зарурлығын билдәләргә кәрәк.  Суд  эшенең асыҡлығы һәм унан файҙаланыу мөмкинлеге канцеляриянан алып суд ултырышы залына тиклем һәр ерҙә булырға тейеш.

Даими үҙгәреүсән ҡануниәт шарттарында муниципалитеттар ҙа артабанғы үҫеш кисерә. Урындағы хакимиәт башлығының ике йылға минималь контракт срогы һәм муниципалитет башлығын алмаштырыу процедураһы билдәләнде. Урындағы башлыҡтарға, депутаттарға үҙенең эшмәкәрлеге тураһында йыллыҡ отчеттар биреү бурысы йөкмәтелә. Республикала контракт буйынса урындағы хакимиәт башлығы вазифаһына кандидаттарға өҫтәмә талаптар аныҡланды.

Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең профессиональ кимәлен һәм муниципаль акттарҙың сифатын күтәреү әүәлгесә көнүҙәк булып ҡала. Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм уларҙы профессиональ үҫтереү өсөн шарттар булдырыу — һәр муниципаль берәмектең мөһим бурысы. Юстиция министрлығы һәм Муниципаль берәмектәр ассоциацияһы алдына моделле хоҡуҡ акттарының мәғлүмәттәр банкыһын ойоштороу бурысын ҡуям. Власть органдарының Ассоциация менән үҙ-ара даими бәйләнешен тәьмин итеү өсөн тейешле закон ҡабул итеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләйем.

Хоҡуҡ яҡлау өлкәһенең әһәмиәте ҙур. Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилгә халыҡтың аҙ яҡланған төркөмдәренең социаль проблемаларын хәл итеүгә ҙурыраҡ иғтибар бирергә, үҙ эшен модификацияларға кәрәк. Граждандарҙың хоҡуҡтарын әүҙемерәк яҡлау зарур, ҡайһы саҡта — хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙҙәренән дә. Хәҙер шулай уҡ аныҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, республикала балалыҡты яҡлауҙың тулы ҡиммәтле системаһын ойоштороуҙа Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил яғынан мөмкин тиклем ҙур профессиональ ярҙам мөһим.

Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә оператив хәлдең тотороҡланыуы күҙәтелә. Ауыр һәм төркөмдәр тарафынан ҡылынған енәйәттәр һаны артһа ла, уларҙың дөйөм күләме кәмегән. Хөкүмәткә Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙең һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәштең яңы республика программаһын әҙерләргә кәрәк.

Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советына республика дәүләт власы органдарының хоҡуҡ һаҡлау структуралары менән үҙ-ара эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса эшен әүҙемләштереү зарур.

Ҡәҙерле ватандаштар!

Бөгөн алдыбыҙҙа яңынан-яңы маҡсаттар һәм ҙур бурыстар тора. Уларға сәйәси, социаль һәм иҡтисади ысынбарлыҡтың ныҡлы нигеҙенә таянып ҡына өлгәшергә мөмкин. Ресурстарыбыҙҙы йылдан-йыл тулыландырырға, өр-яңы технологиялар, мөмкинлектәр, ҡараштар булдырырға һәм файҙаланырға кәрәк. Дәүләт менән йәмғиәт тырышлығын туплағанда, аныҡ билдәләнгән бейеклектәрҙе маҡсат итеп ҡуйғанда ғына ул уңышлы буласаҡ.

Беҙ глобаль иҡтисади система сиктәрендә үҫәбеҙ һәм Рәсәй дәүләтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып торабыҙ. Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте илдең рухи киңлеген булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша.

Беҙ көслө, тотороҡло, иҡтисади яҡтан алға киткән Рәсәйҙә йәшәргә теләйбеҙ. Һәр халыҡтың, һәр граждандың хоҡуҡтары һәм ҡиммәттәре ихтирам ителгән дәүләттә. Йәмғиәтебеҙҙең ижади көсө — ошо ынтылышта. Илдең конституцион нигеҙҙәренә һалынған федерализм принциптарын тормошҡа ашырғанда ғына замандың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итергә мөмкин. Уларға таянып, беҙ Башҡортостанды модернизациялау маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн бөтә власть кимәлдәре тырышлығын туплау йәһәтенән ныҡышмалы эшләйәсәкбеҙ.

Рәсәй үҙенең территориялары, тәбиғәт һәм кеше ресурстары ярҙамында ҡеүәтен быуаттан быуатҡа арттырҙы. Беҙ һәр төбәктә, ҡалала, ауылда кешеләр үҙ тормошон яңыртыуға ҡыҙыҡһыныу күрһәткәндә, үҙҙәрен ер хужалары итеп тойғанда ғына уларҙы сифат йәһәтенән үҫтереүҙе тәьмин итә аласаҡбыҙ.

Хәҙерге донъяла республиканың мөмкинлектәрен һаҡлап ҡалып, үҫтерә алыуыбыҙ үҙебеҙгә бәйле. Үҫешебеҙҙә туҡтап ҡалыу бөтә нәмәне юғалтыуҙы, яҙмышыбыҙҙың хужаһы булыуҙан туҡтауҙы аңлата. Башҡорттарҙа “Хәрәкәттә — бәрәкәт!” тигән аҡыллы әйтем бар. Юлыбыҙ һәр саҡ алға барһын!

Республикабыҙҙа беҙ бына ошолар өҫтөндә арымай-талмай эшләйбеҙ. Тап шуға күрә беҙ иртәгәһе көнгә, Башҡортостандың именлегенә һәм сәскә атыуына ышанабыҙ!

Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм: “Хәрәкәттә — бәрәкәт!”