Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Республикала законһыҙ рәүештә 26,3 мең кубометр ер аҫты байлыҡтары ҡаҙылған

Иҡтисад

2009 йылда республикала киң таралған ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу буйынса 95 осраҡ асыҡланған. Законһыҙ рәүештә 26,3 мең кубометр ер аҫты байлыҡтары ҡаҙылған, тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы коллегияһы ултырышында Иҙел Шәйәхмәтов. Бөтә асыҡланған осраҡтар буйынса материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелде.

Экология министрлығы 2009 йылда киң таралған ҡаҙылма байлыҡтар өлкәһендә дәүләт геологик контроль тәртибендә үткәргән тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса 939,5 мең һумлыҡ 158 штраф һалынды.  

— Лицензия килешеүҙәрен үтәмәү сәбәпле, ваҡытынан алда ғәмәлдән сығарылған лицензиялар һаны 2006 йылда 45 булһа, 2009 йылда ул 14-кә тиклем кәмене. Был ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың үҙ яуаплылыҡтарын күтәреүҙәре хаҡында раҫлай, — тип иҫәпләй Экология министрлығы башлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть