Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Ирек Ниғмәтуллин: Мөрәжәғәтнамә – үҙидара органдары эшмәкәрлегенә йүнәлеш биреүсе

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың республиканың ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын билдәләүсе БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге йүнәлештәрен дә билдәләй. Өфө ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин бөгөн үҙенең ошондай фекерен белдерҙе.

— Мөрәжәғәтнамәлә туранан-тура, муниципаль властар өсөн сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙарҙы артабан хоҡуҡи тәьмин итеү, иҡтисадты йәнләндереү һәм халыҡты тулы яҡлау өҫтөнлөклө йүнәлеш булып хеҙмәт итергә тейеш, тип әйтелә, — тип билдәләне ул. — Башҡорт халҡының «хәрәкәттә — бәрәкәт» тигән әйтемен киң мәғәнәлә ҡулланып, Президент беҙҙең тактик бурыстарҙы ла – туҡтауһыҙ алға барыу – билдәләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть