Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Куйбышев тимер юлы фирма поездарында йөрөү хаҡын кәметә

Иҡтисад

Куйбышев тимер юлы фирма поездарында билеттарға хаҡты кәметә. Билетты ҡасан һатып алыуға ҡарамаҫтан, максималь ташлама күләме СВ вагонда 15 процент һәм купе вагондарында һигеҙ процентҡа тиклем тәшкил итәсәк.

Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был тәҡдим быйыл 1 апрелдән 31 майға тиклем һәм 15 сентябрҙән 15 декабргә тиклем осорҙа йөрөйәсәк 39/40-сы «Өфө – Мәскәү» һәм 107/108-се «Һамар — Санкт-Петербург» фирма поездарына ла ҡағыла.

Мәҫәлән, ташламаны иҫәпкә алып, апрель айында 39-сы «Өфө – Мәскәү» поезында йөрөү хаҡы (комиссия йыйымдарын иҫәпкә алмайынса) купе вагонда – 3667 һәм, СВ вагонда 6693 һум тәшкил итәсәк.

Билеттарҙы тимер юл кассаларында ла, шулай уҡ интернет аша ла алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть