8 декабрь, Кесе йома

26 февраль 2010 йыл, 12:33

«Торлаҡ секторы» операцияһы барышында миграция закондарын боҙоуҙар асыҡланды

автор: Елена Макушина | фото: пресс-служба УФМС России по РБ

Башҡортостанда «Торлаҡ секторы» операцияһы тамамланды, уның маҡсаты – миграция өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы закондарын боҙоуҙарҙы, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы граждандарының йәшәгән һәм килгән урыны буйынса теркәү ҡағиҙәләрен күҙәтмәүҙәрен асыҡлау һәм иҫкәртеү. Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте вәкиле Ғәлиә Мөхәмәҙиева хәбәр итеүенсә, шәхси йорттарҙы, дача һәм коттедж участкаларын, ҡунаҡханаларҙы һәм дөйөм ятаҡтарҙы тикшереүгә төп баҫым яһалды. Операция барышында бөтәһе 4000-дән ашыу торлаҡ секторы объекты тикшерелде. Шәхес танытмаһыҙ, ғәмәлдән сыҡан паспорт буйынса йәшәгән йәки килгән йә йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән Рәсәй граждандарына 700-ҙән ашыу протокол төҙөлдө.

538 кешегә Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуын раҫлаусы документын юғалтҡан өсөн штраф һалынды.

353 сит ил гражданының Рәсәй Федерацияһы территорияһына килеү (йәшәү) режимын боҙоуы асыҡланды. 24 сит ил гражданы законһыҙ хеҙмәт эшмәкәрлеге алып барған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Яуыз ниәт менән закондарҙы боҙған 21 сит ил гражданына ҡарата материалдар, уларҙы Рәсәй Федерацияһынан ситкә ҡыуыу тураһында мәсьәләне хәл итеү өсөн, суд органдарына ебәрелде.

Операция үткәреү ваҡытында бөтәһе 1700-ҙән ашыу административ тәртип боҙоуҙар асыҡланды, ике миллион һумдан ашыуға штрафтар һалынды.

Идаралыҡ начальнигы Борис Ғөзәйеров әйтеүенсә, «беҙҙең бурыс — миграция характерындағы закон боҙоуҙарҙы асыҡлау ғына түгел, Рәсәй һәм сит ил граждандарының хоҡуҡи мәҙәнилеген күтәреү ҙә».