Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Профсоюз федерацияһы вәкилдәре Көньяҡ Урал төбәге ҡалаларында осрашыуҙар үткәрҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов етәкселегендә бер төркөм белгестәр, Рәсәй Тау-металлургия профсоюзы рескомы менән берлектәге пленумға әҙерләнеү сиктәрендә, Белорет һәм Учалы ҡалалары хакимиәт башлыҡтары, профактивы, ветерандары һәм йәштәре менән осрашыу үткәрҙе.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, профсоюз вәкилдәре ҡалаларҙағы предприятиеларға, «Белорет металлургия комбинаты» һәм «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренә барҙы, Үҙйылға руднигында һәм «Байрамғол» агрофермаһында булды, бюджет өлкәһе профсоюз ойошмалары ағзалары, Белорет металлургия колледжы студенттары менән осрашты.

Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәге ҡалаларына сәфәр сиктәрендә профсоюз вәкилдәре хеҙмәт закондарын күҙәтеү, социаль партнерлыҡ, коллектив договорҙар төҙөү практикаһы, профсоюз ойошмалары төҙөү мәсьәләләре буйынса консультациялар ойошторҙо. Шулай уҡ Белорет һәм Учалы ҡалаларының йәштәр советтары, йәштәр менән эшләү буйынса профком комиссиялары ағзалары, йәштәр сәйәсәте буйынса комитет вәкилдәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәлдәр ултырыштары үтте.

Бынан тыш, профсоюз вәкилдәре ҡалалар профактивы менән киңәйтелгән осрашыуҙар үткәрҙе. Улар барышында бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын күтәреү, ауыл уҡытыусыларына коммуналь хеҙмәтләндереүҙәр буйынса бурыстар, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу һәм “Хеҙмәт ветераны” исемен биреү мәсьәләләре ҡаралды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть