10 декабрь, Шәмбе

26 февраль 2010 йыл, 10:51

Раил Сарбаев: һәр шәхси хужалыҡты бәләкәй эшҡыуарлыҡ категорияһына индерергә кәрәк

автор: Михаил Сытин

Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары категорияһына индерергә кәрәк. Был турала Мәскәүҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев белдерҙе.

— Шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ҙур етештереү ҡеүәтенә эйә. Уларҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары категорияһына индереү был хужалыҡтарға системалы дәүләт ярҙамына эйә булыу мөмкинлеге бирәсәк. Өҫтәүенә, бөгөн был процесты тиҙләтеү зарурлығын тормош үҙе талап итә. Эре хужалыҡтарҙа етештереүҙе автоматлаштырыу эшсе ҡулдарҙы бушата. Мәҫәлән, юғары технологиялы бер трактор һатып алыу ябай биш тракторҙы алмаштыра. Ә ауылда йәшәүселәр һанын беҙ кәметергә тейеш түгелбеҙ. Тимәк, беҙ уларға продуктив эш өсөн шарттар булдырырға, уларҙы ҡыҙыҡһындырырға һәм ярҙам итергә тейешбеҙ, — тине Раил Сарбаев.

Республикала етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләмендә шәхси ярҙамсы хужалыҡтар өлөшө 60 проценттан ашыу. 250 мең гектарҙан ашыу ер шәхси ярҙамсы хужалыҡтар милкендә һәм файҙаланыуында. Уларҙа картуфтың 95, йәшелсәнең — 75, ит менән һөттөң 70 проценты самаһы етештерелә.

Башҡортостанда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә: былтыр улар 281,4 миллион һумлыҡ 1541 кредит алған, алынған кредиттар буйынса проценттарҙы түләүгә бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан 118 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға лизинг буйынса республика бюджеты иҫәбенә, хаҡын 60 процентҡа арзанайтып,  тағылмалы инвентарҙың тулы комплекты менән 215 трактор тапшырылған. Рәсәй буйынса бындай ярҙам башҡа бер төбәктә лә юҡ. Республика Хөкүмәте 2010 йылда ла шәхси хужалыҡтарға 200 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтеү тураһында ҡарар ҡабул итте. “Шәхси хужалыҡ” айырым комплекслы программаһы эшләнде. Һатып алынған техниканы финанслау күләме һәм һаны һаҡланып ҡала.

— Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты итеү уларға дәүләт ярҙамының бөтә өҫтөнлөктәренән файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк, шул иҫәптән техника һатып алыу, кредитлауҙың льготалы механизмдарынан һәм “старт-ап”тан файҙаланыу йәһәтенән, — тигән фекерҙә БР Хөкүмәте Премьер-министры. — Үткән аҙнала беҙ Финляндияла булдыҡ. Уларҙа, мәҫәлән, ҙур булмаған ҡалала 18 мең кеше йәшәй, ә эшҡыуарҙар һаны — 1100. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй предприятиеларҙа 3, иң күбе 6 кеше эшләй. Улар үҙҙәре үк: “Беҙҙә эшҡыуарлыҡ һәләте көслө, ғаиләлә уның менән шөғөлләнмәгән кеше юҡтыр”, — тиҙәр. Ошо ҙур булмаған ҡаласыҡтың бюджеты 20 миллион һумға тиң. Беҙҙә ошондай уртаса район бюджеты 10-15 миллион һумдан артмай. Йәғни ынтылырлыҡ, эшләрлек йүнәлештәр бар. Иҡтисадтың киләсәге бәләкәй бизнес үҫешенә бәйле. Был йүнәлештә ауыл беҙҙең иғтибар һәм ярҙам объекты булырға тейеш.