10 декабрь, Шәмбе

26 февраль 2010 йыл, 9:44

Сәлиә Мырҙабаева: Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә – бөтә Башҡортостан халҡына Мөрәжәғәтнамә ул

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе депутаттарға ғына түгел,  республикабыҙҙың бөтә күп милләтле халҡына ла адресланған. Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева ошондай фекерен белдерҙе.

— Президент сығышында Башҡортостанда йәшәүсе һәр кешегә файҙалы булырлыҡ мәғлүмәттәр бирелгән, — тине ул. — Мортаза Рәхимовтың үҙ мөрәжәғәтендә иҡтисадты үҫтереүҙең республикабыҙға инвестициялар йәлеп итеүгә һәм инновацион технологиялар индереүгә булышлыҡ итерлек юлдарын һәм алымдарын билдәләп кенә ҡалмай, шулай уҡ Башҡортостандың бөгөнгө иҡтисады ниндәй хәлдә булыуын, уның бөтә көслө һәм йомшаҡ яҡтарын да иҫәпкә алыуы бик мөһим. Был үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып,  Президент бәләкәй эшҡыуарлыҡтың, урта бизнестың, ҙур сәнәғәт предприятиеларының артабанғы үҫеш юлдарын да билдәләгән.

Республика башлығының hүҙен «Хәрәкәттә – бәрәкәт» тигән башҡорт әйтеме менән тамамлауы бик урынлы тип иҫәпләйем. Президент Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына ла, халыҡҡа ла эшләргә, үҫешкә ынтылырға кәрәклеген, республика етәкселегенең тырыштарға төрлө яҡлап ярҙам итәсәген аңғартты.