5 декабрь, Дүшәмбе

25 февраль 2010 йыл, 18:03

Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин: берҙәм эш иткәндә генә БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе мәсьәләләрен үтәргә мөмкин

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан Республикаһы Президентының БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә күрһәтелгән төп мәсьәләләр шундй киң масштаблы, хатта республикала йәшәүсе һәр кешегә ҡағыла, шуға ла уларҙы берҙәм эш иткәндә генә хәл итергә мөмкин. Ошондай фекерен белдерҙе “Башинформ” агентлығына комментарийында БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин.  

— Мөрәжәғәтнамәне Башҡортостан халҡына үҙенә күрә наказ кеүек ҡарарға ла мөмкин,  — тине Нурмөхәмәт хәҙрәт. – Шул уҡ ваҡытта был документта күрһәтелгән мәсьәләләрҙең хәл итеү юлдары ла билдәләнгән. Был бурыстар шул тиклем глобаль, ул билдәле социаль төркөмдәр йәки власть тармаҡтарының теге йәки был вәкилдәренә генә түгел, һәр беребеҙгә ҡағыла. Тимәк, уларҙы ҡулға ҡул тотоношоп эш иткәндә генә хәл итергә мөмкин. Президент Мөрәжәғәтнамәһе тексында бар тармаҡҡа ла – иҡтисад, социаль өлкә, мәҙәниәт, граждандарыбыҙҙың рухын күтәреү кәрәклегенә лә иғтибар бирелгән. Әгәр был документта билдәләнгән маҡсаттарҙы үтәй алһаҡ, һис шикһеҙ, йәмғиәтебеҙҙең һәр яҡлап үҫеше күҙәтеләсәк, һәм Башҡортостан илебеҙ төбәктәре араһында юғары статус биләүен йәнә бер тапҡыр иҫбәтлаясаҡ.