Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Парламент депутаттары ете мировой судья һайланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө, 22-се ултырышында депутаттарға тәҡдим ителгән һигеҙ кандидаттың етәүһе Башҡортостан Республикаһының айырым суд участкалары мировой судьялары вазифаһына һайланды.

Наталья Андрианованы – Өфөнөң Орджоникидзе районы буйынса 2-се суд участкаһы мировой судьяһы, Галина Верещакты шул уҡ район буйынса 7-се суд участкаһы мировой судьяһы итеп һайланылар. Ринат Иҙелбаев – Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса 1-се суд участкаһы мировой судьяһы, Гөлнара Сафина – Өфөнөң Совет районы буйынса 8-се суд участкаһы, Эльмира Таһирова – Өфөнөң Октябрь районы буйынса 5-се суд участкаһы, Рима Фәйрузова —  Өфөнөң Ленин районы буйынса 6-сы суд участкаһы, Ғәлиә Чукаева Башҡортостан баш ҡалаһының Калинин районы буйынса 10-сы суд участкаһы мировой судьяһы булды.  

Депутаттар Өфөнөң Калинин районы буйынса 7-се суд участкаһы мировой судьяһы вазифаһына  Фәриҙә Ғәйетҡолованы һайламаҫҡа ҡарар итте,  уның кандидатураһын дәүләт ҡоролошо буйынса парламент комитеты кире ҡағырға тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть